-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2021, 12:03

Ныҡлыҡҡа һынау йылы булды

Әбйәлил 2020 йыл йомғаҡтарын барланы. Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейы еңел булмаған шарттарға тура килде.

Әбйәлил 2020 йыл йомғаҡтарын барланы. Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейы еңел булмаған шарттарға тура килде. Әммә әбйәлилдәр, заман ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, бөтә хеҙмәт даирәләрендә лә уңыштар ҡаҙанды, Гиппократ антына тоғро аҡ халатлыларыбыҙ һәм намыҫ ҡушыуы буйынса ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙамға ашығыусы ирекмәндәребеҙ дәүер геройҙары булып танылды. Йылды йомғаҡлау сараһында ана шундай «иң-иңдәр» хөрмәтләнде.
Матур традицияға әйләнгән байрамды район башлығы И. Т. Нафиҡов асып, 2020 йылда район хакимиәтенең эшмәкәрлеге тураһында доклад менән сығыш яһаны. Әбйәлилдең ғөмүми үҫешен тәьмин итеүсе бөтә өлкәләр буйынса өлгәшелгән күрһәткестәр аныҡ һандарҙа анализланды, йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәте баһаланды. 2021 йылға яңы бурыстар билдәләп, Илдар Таһир улы, әбйәлилдәрҙе алда торған мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙа — Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында һәм Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтергә саҡырҙы.
— Иҡтисади һәм социаль өлкәлә яуланған һөҙөмтәләр беҙгә артабан үҫешергә, район халҡынының имен йәшәйешен тәьмин итергә мөмкинлек бирер, тип уйлайым. Ысын күңелдән депутаттарға, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, коллегаларыма, урынбаҫарҙарыма, хужалыҡ етәкселәренә һәм район халҡына рәхмәт белдерәм. Урындағы үҙидара нигеҙҙәрен нығытыу, республика масштабында райондың абруйын күтәреү йәһәтенән артабан да тырышып эшләргә кәрәк. Дөйөм тырышлыҡ менән алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙы үтәребеҙгә ышанам, — тип тамамланы сығышын район етәксеһе.
Әбйәлилдең ҙур тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар — БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе М. В. Ульчев, күрше Магнитогорск ҡалаһы һәм «ММК» исеменән «Уральские зори» балалар-һауыҡтырыу лагеры директоры О. М. Закиров ҡатнашты.
Максим Владимирович республика Хөкүмәтенең тәбрикләү сәләмдәрен еткерҙе һәм төбәк буйынса йыл йомғаҡтарының мөһим урындарына туҡталды.
— Сикләү саралары индерелгән шарттарҙа берҙәм көс менән республикала позицияларҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Ныҡлыҡҡа һынау йылы булды 2020 йыл. Әммә Башҡортостан электән килгән тотороҡлолоҡ иҫәбенә үҫеш темптарын юғалтманы. Ауыл хужалығынан тыш урмансылыҡ тармағында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелде. Төрлө кәрәкле техникалар һатып алынды. Фермер хужалыҡтары дәүләт яғынан матди хәстәрлек тойҙо. Экспорт күләме артты. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ һаны буйынса Башҡортостан ил буйынса 10 лидер төбәк иҫәбенә инде. Милли инвестициялар рейтингыһында республика туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелде. Әйткәндәй, инвестициялар йәлеп итеү буйынса һеҙҙең район республикала алдынғылыҡ биләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар йүнәлтелде: медперсонал әҙерлек үтте, коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта булғандарға өҫтәмә түләмдәр ҡаралды, техник база нығытылды, яңы учреждениелар сафҡа инде. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителгән 2021 йылда был йүнәлештәге эштәр артабан да дауам ителәсәк. Ағымдағы йылда элекке үҫеш темптарын тергеҙеү өсөн дә күп көс талап ителәсәк. Башҡа райондар араһында Әбйәлил алдынғы үҫеш динамикаһы менән айырылып тора. Шулай булғас, быйыл һеҙҙең республикала иң беренселәр рәтенә сығырығыҙға ышаныс ҙур, — тине баш ҡала вәкиле.
М. В. Ульчев фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө менән айырылған Әбйәлил хеҙмәтсәндәренә республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырыу бурысын да үтәне.
— Әбйәлил һәм Магнитогорск халҡын географик яҡынлыҡ ҡына түгел, ә быуаттар дауамында нығынған дуҫтарса мөнәсәбәт бәйләй. Ике яҡ та ҡулға-ҡул тотоноп эшләй, күп өлкәләрҙә уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла — юлдар төҙөлә, курорт төбәген үҫтереүгә ныҡлы иғтибар йүнәлтелә, хатта халыҡ-ара кимәлдәге спорт саралары, мәҙәни һәм белем биреү программалары уҙғарыла. Ошо бәйләнеш, дуҫлыҡ мәңгелек булһын. Күрше төбәктең уңыштары өсөн һәр саҡ шатбыҙ, — тине Олег Мөхтәр улы.
Артабан уҙған йыл йомғаҡтары буйынса райондың социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә күмәк һәм шәхси хеҙмәт көсө менән тос өлөш индергән коллективтар һәм иң яҡшы һөнәрмәндәр тәбрикләнде. Район башлығы И. Т. Нафиҡов хеҙмәт коллективтарын, егәрле фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар башлыҡтарын диплом һәм аҡсалата сертификаттар менән билдәләһә, һөнәре буйынса иң яҡшыһы исеменә лайыҡ булыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, быға өҫтәп, гүзәл заттарға гөлләмәләр тапшырылды.
Электән килгән номинацияларға яңылары өҫтәлде. Бигерәк тә ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа район халҡы сәләмәтлеге һағына үҙҙәрен аямай баҫҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә тейешле иғтибар бүленде. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары араһында иң яҡшыһы тип үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы пандемия ваҡытындағы тотороҡло эшмәкәрлеге һәм халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәткәне өсөн баһаланды. Яңы коронавирус инфекцияһы буйынса эпидемиологик имен булмаған биләмәләрҙән килеүселәр, башлыса вахта ысулы менән эшләүселәр өсөн «Березки» ял йорто базаһында юғары хеҙмәтләндереү кимәлендәге обсерваторҙы ойоштороуҙағы алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәте өсөн өлкән шәфҡәт туташы Римма Абдуллаеваға «Иң яҡшы обсерватор хеҙмәткәре» исеме бирелде. Шулай уҡ Covid-19 сире менән көрәштә, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, «ҡыҙыл зона»ла фиҙаҡәрлек һәм һөнәри оҫталыҡ күрһәткән бер төркөм аҡ халатлылар район хакимиәтенең Рәхмәт хатын алды. Улар: провизор госпиталдә эшләүселәр — табип-терапевт Миләүшә Ейәнгилдина, процедуралар шәфҡәт туташы Әлиә Зәйнуллина һәм санитарка Гөлнара Рәхмәтуллина, поликлиниканан оторинолоринголог Тимур Мусин, шәфҡәт туташы Гөлсөм Йәһүҙина. Шулай уҡ провизор госпиталь, йәғни Г. Ф. Хәлилова мөдирлегендәге инфекция бүлексәһе лә рәхмәт хаты менән билдәләнде. Илдар Таһир улы уларҙың һәммәһенә лә район халҡы исемән рәхмәт белдереп, һаулыҡ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне.
Үткән йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы билдәһе аҫтында уҙҙы. Был юҫыҡта ла — торама пункттарҙы төҙөкләндереү, санитар таҙартыу, өмәләр ойоштороу йәһәтенән маҡсатлы эштәр башҡарылды һәм уларҙың йомғаҡтары буйынса иң яҡшылар билдәләнде. Шулай итеп «Иң матур ауыл» номинацияһында I урынға Хәмит ауылы (ойоштороу комитеты рәйесе Данил Нуритдинов) лайыҡ булып, 100 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнде. II урын һәм 50 мең һумлыҡ грант Рысҡужа (Азамат Ғәйфуллин), III урын һәм 25 мең һумлыҡ грант Тал Ҡусҡары (Рамил Ғиззәтов) ауылдарына бирелде. Шәхси йорттарын гөл итеп тотҡан тырыш хужалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. «Өлгөлө йорт» номинацияһында еңеүсе булған Әлмөхәмәттән Рәмилә һәм Фирғәт Әхмәтйәновтарға 30 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылды. II урын һәм 20 мең һумлыҡ сертификатҡа Йәнгелдән Райхана һәм Тимерйән Хәмзиндар, III урын һәм 10 мең һумлыҡ сертификатҡа Күсемдән Нәсимә һәм Ислам Ҡарағужиндар эйә булды. «Иң яҡшы шәхси йорт» номинацияһында ошо уҡ исем аҫтында уҙған республика смотр-конкурсында II урын яулаған Үтәгән ауылынан Зарема һәм Илнур Ғайсиндар бүләкләнде.
Пандемия арҡаһында ҙур саралар уҙғарыуҙан тыйылып торғанға күрә, халыҡ байрам концертын ихлас ҡабул итте. Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары, республика конкурстары лауреаттары булған яңғыҙ башҡарыусылар һәм һәләтле балалар сығыш яһаны. Байрам концертын Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары — яҡташтарыбыҙ Рушан Биктимеров, Рөстәм Шаһыбалов, Фаяз Йәнтүрин һәм Диана Ишниязова, Салауат Мөхәмәтйәров, Зөлфиә Әхмәтоваларҙың йырлы-моңло сығыштары йомғаҡланы. Бер көнгә көндәлек эш мәшәҡәттәренән онотолоп, хөрмәтләнеп, яҡшы ял итте хеҙмәт батырҙары, улар өсөн фуршет та ойошторолдо.
Читайте нас: