+12 °С
Болотло
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
26 Февраль 2021, 07:51
Путин ФСБ алдына яңыса эшләү бурысын ҡуйҙы
Рәсәй Президенты Владимир Путин ФСБ алдына яңы талаптарҙы иҫәпкә алып, бөтә йүнәлештәр буйынса ла махсус хеҙмәт эшенең яңы сифатын тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. #ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин ФСБ алдына яңы талаптарҙы иҫәпкә алып, бөтә йүнәлештәр буйынса ла махсус хеҙмәт эшенең яңы сифатын тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
Дәүләт башлығы Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенә террористарҙың сит ил махсус хеҙмәттәре менән элемтәләрен асыҡлауға айырым иғтибар бирергә ҡушты.
«ФСБ сит илдән үҙ мәнфәғәттәре өсөн аҡса түләгәндәрҙең хеҙмәттәрен башҡарыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәрҙе туҡтатырға тейеш», - тине ул.
Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы ваҡытта тышҡы контролгә ҡуйыу маҡсаты менән Рәсәйҙе тотҡарлау сәйәсәте популярлаша. «Һүҙ халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өсөн ғәҙәти булған көнәркәшлек тураһында түгел, ә тап эҙмә-эҙлекле һәм агрессив, беҙҙең үҫеште өҙөү тураһында бара», - тине Путин.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"