2020 йыл йомғаҡтары буйынса тантаналы йыйылышта төрлө өлкәләрҙә район мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар, намыҫлы хеҙмәт иткән хеҙмәт алдынғылары лайыҡлы наградаларын алды.
«Башаҡ» ЯСЙ-һы механизаторы Алмас Талха улы Таһиров (һүрәттә) тырыш хеҙмәте, юғары күрһәткестәре һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Иҡтисади һәм социаль өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Махийәнов Фуат Рәфҡәт улы — муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары;
Байрамғолов Раил Шаһишәриф улы — «Юлдыбаев Р. Р.» крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы;
Төлкөбаев Ансар Ғаттар улы — район ветерандар советы рәйесе.
Мәҙәниәт үҫешенә индергән тос өлөштәре һәм фиҙаҡәрлек өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булдылар:
Дәминдаров Ильяс Исмәғил улы — район мәҙәни-ял үҙәге аккомпаниаторы;
Йәнекәйева Ләлә Дамир ҡыҙы — Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.
Йәш быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә юғары күрһәткестәре һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде:
Муллахмәтова Альбина Ринат ҡыҙы — Т. Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Райондың социаль һәм иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеменә лайыҡ булдылар:
Ғаррапова Гүзәлиә Зөлфир ҡыҙы — муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы;
Шәғәлина Әлфиә Миғнәтис ҡыҙы — район финанс идаралығының баш бухгалтеры — бухгалтер иҫәбе бүлеге начальнигы.
Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте, райондың иҡтисади һәм социаль үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде:
Минилйәнова Миләүшә Мирсал ҡыҙы — район финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде:
Һиҙиәтов Рәсил Ғаяз улы — «Урал» торлаҡ-коммуналь хужалығы» ЯСЙ-һы директоры.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде:
Тайсин Ҡасим Васил улы — Әбйәлил районы буйынса дәүләт техник күҙәтеүе секторы мөдире.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» дипломы менән бүләкләнде:
Сабитов Хәниф Риф улы — Рауил ауыл биләмәһенең «Ирәндек» ЯСЙ-һы чабаны.
Әбйәлил районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы Башҡортостан Республикаһында үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының III дәрәжә дипломына лайыҡ булды.
Муниципаль район хакимиәтенең архитектура һәм төҙөлөш бүлеге «Муниципаль райондар араһында иң яҡшы архитектура һәм төҙөлөш бүлеге» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының дипломы менән билдәләнде.