+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2021, 12:55

Тәбиғәткә ҡырағайҙарса ҡарамайыҡ

Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеү менән, кеше күпләп урман-ҡырҙарға, тауҙарға ашығасаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әммә тәбиғәтте үҙ мәнфәғәтеңдә файҙаланырға ғына түгел, һаҡларға ла кәрәк. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты 2030 йылға тиклем туризм тармағына 69 миллиард һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Был сара туристик өлкәлә эш урындары булдырырға ла булышлыҡ итәсәк.
Программа туристарҙы экскурсанттарҙан айыра — турист тәбиғәт биләмәһендә бер тәүлектән алты айға тиклем булырға, ҡунып ҡалырға тейеш. Ә экскурсанттар тәбиғәт ҡосағына ярты көн – бер көнгә генә килә һәм улар ял иткәндән һуң урында йыш ҡына сүп-сар, усаҡлыҡ ятып ҡала, был хатта ҡала парктарына хас күренеш. Урмандарҙа ошондай ҡырағайлыҡ экологик бәләгә килтерә лә инде.
Милли проект туристарҙы эко-этикетҡа өйрәтеүҙе лә маҡсат итә. Мәҫәлән, автомобилдәрҙә йә мотоциклдарҙа урманға, күл буйҙарына килеүселәр, бындай транспорт өсөн рөхсәт бирелгән юлдарҙы ғына файҙаланырға тейеш. Машиналарҙы һыу ятҡылыҡтарында йыуырға ярамай, яғыулыҡ материалдарының үләнгә ағыуына ла юл ҡуймау шарт.
Яр буйҙарының үлән ҡатламы зыян күрмәһен, урман эсендә колонкаларҙан музыка яңғыратып, йәнлектәрҙе өркөтөү ҙә тыйыла. Ғөмүмән, тәбиғәткә ихтирам менән ҡарарға кәрәк.
Ҡайтыр саҡта, ял иткән урынығыҙҙы бөтә сүп-сарҙан таҙартыу, пластик шешәләрҙе, ҡағыҙҙарҙы йыйып алыу шарт.
Читайте нас: