-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2021, 11:45

Ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде

V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында еңеүселәр араһында әбйәлилдәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы Башҡортостандың иң әүҙем гүзәл заттарын йыйҙы. Был ҙур сара граждандар йәмғиәте институттары эшен әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен баһалау маҡсатында уҙғарыла. Еңеүселәр араһында Әбйәлилдең әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары булыуы ҡыуаныслы.
V республика конкурсы былтыр 1 ноябрҙә старт алғайны. Ул ике этапта уҙҙы – муниципаль һәм республика кимәлендә. Йәғни беренсе тур район һәм ҡалаларҙа уҙҙы, муниципаль этапта еңгәндәр республика кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ғариза биргән. Бөгөн иһә республика этабында еңгәндәрҙе тәбрикләнеләр. Улар араһынан 200 ҡатын-ҡыҙ сараның тәүге өлөшөндә бүләкләнде. Шулай уҡ Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.
Төп тамаша залында уҙған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев сарала ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
Гөлнур Ҡолһарина ойошманың төп наградаһын – “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалын милләтебеҙҙең, йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм гүзәл заттарыбыҙға тапшырҙы.
Бына улар Әбйәлил данын арттырып, миҙалға лайыҡ булғандар:
Буранғол ауылынан Зөлфирә Махийәнова – Исхаҡ клубы мөдире, “Хеҙмәт ветераны”, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. З. Махийәнова Буранғолдағы Кейеҙ йортон етәкләй. Ул X “Берҙәмлек – Содружество” халыҡ-ара фестиваль лауреаты, “Байкал йылыһы” халыҡ-ара ижади проекты дипломына, “Тамға” Рәсәй халыҡ ижады йорто (Мәскәү) дипломына, Рәсәй этномузейының “ФЕЛТ ФЕСТ” (Санкт-Петербург) дипломына, Ҡырғыҙстанда үткән “Ғәләм күскенселәре” халыҡ-ара этномәҙәниәт фестиваленең рәхмәт хатына лайыҡ.
Рәхмәт ауылынан Идия Ғәлимова – егерме йылдан ашыу ғүмерен ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә бағышлаған, ун йыл дауамында Байым ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советына етәкселек иткән. Ул милли мәҙәниәтте һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бүлә. Өс бала тәрбиәләп үҫтергән.
Конкурста еңеүселәрҙе “Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Йәштәр хәрәкәте лидеры”, “Ҡатын-ҡыҙ – педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, “Бизнес-леди” кеүек ун төрлө номинацияла бүләкләнеләр. Йәғни бер йүнәлеш тә ситтә ҡалманы, заман гүзәл заттарының бөгөнгө эшмәкәрлеге тейешле баһаланды. Һәр береһенә диплом, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Ташбулаттан Хафиза Баязитова “Оҫта ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында еңеү яуланы. Ул биләмәнең “Ағинәйҙәр” ҡорон етәкләй, “Хазина” ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе. “Селтәр” түңәрәген алып барыусы булараҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы боронғо биҙәүестәр эшләргә өйрәтә. Халыҡ медицинаһына таянып дауалау көсөнә эйә.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” бәйгеһенең республика этабында ҡатнашҡан Ҡушый клубы мөдире Фәнүзә Дәүләтова менән Дәүләт мәҙәниәт йорто етәксеһе Нәзифә Солтанова финалсы булараҡ шулай уҡ конкурстың дипломына лайыҡ булды.
Читайте нас: