+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2021, 18:45

Еңеү көнө байрамын үткәреүгә бәйле ҡарарға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү көнө байрамын үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү көнө байрамын үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Байрамға әҙерлек һәм үткәреү планына ярашлы, 7 май көнө Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрамға бағышланған ҙур концерт үтәсәк. 9 майҙа — Еңеү паркында һәйкәлдәргә сәскәләр һалыу була. Хәрби парад, хәрби техниканың үтеүе, «Үлемһеҙ полк» патриотик акцияһын үткәреү ҡаралған.
Район хакимиәттәренә хәрби ҡәберлектәрҙе ипкә килтереү, һәр урында обелисктарҙы төҙөкләндереү, «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәреү тәҡдим ителә. Һуғыш һәм тыл ветерандарына бағышланған сараларҙың, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе күҙәтеп үткәрелеүе мотлаҡ, тиелә был ҡарарҙа.
Читайте нас: