-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2021, 16:19
Еҙем - видеокамералар күҙе менән
Башҡортостанда “Еҙем видеокамералар объективында” бәйгеһе иғлан ителә. Конкурста “Еҙем” тәбиғәт паркында урынлашҡан тәбиғи, мәҙәни, тарихи һәм туристик объекттарҙың төрлөлөгөн күрһәткән видеояҙмалар менән ҡатнашырға мөмкин.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда “Еҙем видеокамералар объективында” бәйгеһе иғлан ителә. Конкурста “Еҙем” тәбиғәт паркында урынлашҡан тәбиғи, мәҙәни, тарихи һәм туристик объекттарҙың төрлөлөгөн күрһәткән видеояҙмалар менән ҡатнашырға мөмкин.
Ғафури районында урынлашҡан тәбиғәт паркының майҙаны 36482 гектар тәшкил итә. Унда йөҙҙән ашыу мәмерйә бар. Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге Киндерле мәмерйәһе Көньяҡ Уралда иң ҙур мәмерйәләрҙән һанала. Уның оҙонлоғо – 13 саҡрым. Октябрь мәмерйәһе республикала иң тәрән мәмерйәләр иҫәбенә инә. Улар икеһе берҙәм спелеосистема тәшкил итеп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. “Еҙем” тәбиғәт паркында тағы ла фәнни күҙлектән ҡарағанда әһәмиәтле 25 геологик объект бар.
“Еҙем” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, конкурс тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә. Был тулыһынса “Экология” милли проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” федераль проектының төп өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килә, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Эштәре дүрт номинация буйынса баһалана:
“Биштәр аҫып парк буйлап”,
“Мин былай булыуын теләмәйем...” (туристарҙың парк биләмәһендә насар ҡыланышы),
“Мин – ҡатнашыусы” (“Еҙем” тәбиғәт паркы ойошторған сараларҙа ҡатнашыусынан видеояҙма),
“Видеокамера объективы аша йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһы”.
Конкурсҡа “Еҙем” тәбиғәт паркында урынлашҡан тәбиғи, мәҙәни, тарихи һәм туристик объекттарҙың төрлөлөгөн күрһәткән видеояҙмалар ҡабул ителә. Дүрт иң яҡшы видеояҙма авторына (командаһына) 2021 йылдың 10 июнендә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Видеояҙмалар 3 февралдән 30 майға тиклем
[email protected]
электрон адресы буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин