+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2021, 17:34

Пенсия ваҡытынан алда киләсәк

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы яҡынлашыу айҡанлы, пенсионерҙарға пенсия аҡсаһы 4 марттан килтерелә башлаясаҡ. Был хаҡта Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы яҡынлашыу айҡанлы, пенсионерҙарға пенсия аҡсаһы 4 марттан килтерелә башлаясаҡ. Был хаҡта Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итә.
Байрам һәм ял көндәре өсөн пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе почтальондар 4, 5 һәм 6 мартта килтереп еткерәсәк. 9 марттан пенсиялар раҫланған график буйынса түләнәсәк.
2021 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме 15 256 һум тәшкил итә. Был үткән йылдағынан 837 һумға күберәк, тип хәбәр итә Башстат идаралығы. Ошо осорҙа республикала пенсионерҙар һаны 1,190 миллиондан 1,175 миллион кешегә кәмегән.
Фото: ”Башинформ”.
https://bash.rbsmi.ru/articles/veteran/Pensiya-va-itinan-alda-kil-s-k-699498/
Читайте нас: