Кисә Мәскәүҙең Кино йортонда “Өс таған” фильмының премьераһы булып үтте. Унда Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимованың, М.Кәрим исемендәге фонд етәкселегенең ҡотлауҙары уҡып ишеттерелде.
Баш ҡалала фильм менән уны төшөргән ижади төркөм – режиссеры Айнур Асҡаров, актерҙары, фильм төшөрөү төркөмө – таныштырҙы. Режиссер был фильмды бөгөнгә үҙенең иң яҡшы эше тип һанай.
“Кино йорто”нда премьера үткәреү һәр кинематографист өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, шуға тулҡынланабыҙ, борсолабыҙ”, – тип уй-тойғолары менән бүлеште А. Асҡаров. – Зал ныҡ ҙур, сикләүҙәргә ярашлы тултырған көйө лә бында 600–700-ләп кеше һыя. Бөгөн фильмыбыҙҙы оло юлға сығарабыҙ”.
Премьерала хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа булды, улар иҫәбендә – билдәле актер, Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмы режиссеры Александр Галибин. Ул үҙенең сығышында: “Бөйөк кеше һәм әҙәбиәтсенең прозаһына мөрәжәғәт итеү – Башҡортостан өсөн генә түгел, Мәскәү өсөн дә оло ваҡиға,– тине. – Башҡорт һәм рус халҡының берлеге өсөн бик күпте эшләгән был кеше – планета масштабындағы шәхес ул. Ул минең рухыма ныҡ яҡын. Бөйөк шәхес хаҡындағы иҫтәлекте йөрәгемдә һаҡлайым һәм үҙемдең инде башҡорт мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әйләнеүем менән ғорурланам”, – тип белдерҙе.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикала башҡорт кинематографына ярҙам күрһәтелгәнен, фильмдар төшөрөлөп, уларҙың прокатҡа сығыуына булышлыҡ иткәндәрен билдәләп үтте. “Беҙҙең классигыбыҙ Мостай Кәрим мәңгелек темалар тураһында яҙҙы, кешеләрҙең тормошон, уларҙың, – ә был повесында оло хыялдар менән йәшәгән балаларҙың, – өмөттәрен һүрәтләне. Айнур Асҡаровтың ошо үҙенсәлекте тотоп ала алғаны фильмды уңышлы итер, шуға ла уны бөтә ил балалары яратып ҡарар, тип уйлайым”, – тине ул.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: “Өс таған” бөгөнгә инде 10-лап халыҡ-ара фестиваль наградаларына лайыҡ.