+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2021, 16:28

Һырғалаҡта ла шыуҙылар, сүп-сар ҙа тапшырҙылар

Ошо көндәрҙә Өфөлә ғаиләләр өсөн “Экоһырғалаҡ” спорт байрамы ойошторолдо. Сара “Экоихата” дөйөм Рәсәй проекты нигеҙендә уҙғарылды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Өфөлә ғаиләләр өсөн “Экоһырғалаҡ” спорт байрамы ойошторолдо. Сара “Экоихата” дөйөм Рәсәй проекты нигеҙендә уҙғарылды. Байрамда конькиҙа үҙаллы йөрөй белгән балалар өсөн Башҡортостандағы роллер спорты федерацияһы тарафынан бушлай күнекмәләр үткәрелде.
#сдалмусорподарилжизнь проекты авторы Ләйсән Зайцева әйтеүенсә, “Экоһырғалаҡ” – файҙалы эш менән күңелгә ятҡан шөғөлдө берләштергән сара ул. Байрамға һәр кем өйөнән сүп-сар алып килеп тапшырҙы һәм бушлай билет алып, рәхәтләнеп һырғалаҡта шыуҙы.
Был көндә 310 килограмм ҡалдыҡ йыйылды. Уны “Нуғай” экобюроһындағы икенсе сеймалды ҡабул итеү пунктына оҙаттылар. Проектҡа ярашлы йыйылған аҡсаны “Ғүмер бүләк ит” яман шеш менән ауырыған балалар фондына тапшырҙылар.
Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын төҙөү” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас: