+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 11:54

«Барлыҡ эшем, бөтә көсөм балаларым өсөн…»

— Бармаҡтарҙың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Биш балам — биш бармағым. Янып-көйөүҙәрем, сабыр-түҙемем, хеҙмәтем балаларым хаҡына, — ти Дәүләт ауылында йәшәүсе миҙаллы әсә Вәсилә Искәнйәрова.

— Бармаҡтарҙың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Биш балам — биш бармағым. Янып-көйөүҙәрем, сабыр-түҙемем, хеҙмәтем балаларым хаҡына, — ти Дәүләт ауылында йәшәүсе миҙаллы әсә Вәсилә Искәнйәрова.
Ул — Таҡһыр ауылы ҡыҙы. Яҡшы билдәләргә Асҡарҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө медицина университетына һынау тота. Тик бер урынға 8-9 кеше дәғүә иткән конкурстан үтә алмай. Ауылға ҡайтып фермаға һауынсы булып урынлашыуы әсәһенә ҙур ярҙам була.
— Атайым бик иртә, 6 йәшемдә донъя ҡуйҙы. Әсәй беҙҙе яңғыҙ үҫтерҙе. Институтта уҡыған апайым менән бер осорҙа ике студент булһаҡ, уға икеләтә ауырға төшөр ине. Ҡустым менән һеңлем ул саҡта мәктәптә уҡыйҙар ине әле, — ти ул.
Алдынғылыҡты бирмәҫкә сәмләнеп эшләй Вәсилә. Партияға алына, өлкән һауынсы итеп тәғәйенләнә: һөттөң ҡуйылығын үлсәп, накладнойҙар тултырып, һөт заводына оҙата. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла: һыйыр һауыу, малдарға ашарға биреү, аҫтарын таҙартыу. Шулай ҙа йәшлек дәрте ташып торған ҡыҙ һауындан һуң уйындарға йөрөргә, вокал ансамблдә йырларға ваҡыт таба. 1984 йылда Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына уҡырға китеп, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Иҙәш һәм Ҡусҡар бригадаһына хисапсы итеп тәғәйенләйҙәр, бер йылдан Гусевҡа үҙәк бухгалтерияға күсерелә.
1987 йылда ете йыл дуҫлашып йөрөгән класташы, Буранғол егете Мостафа Искәнйәров менән яҙмышын бәйләй. Уларҙың мөнәсәбәтенең ныҡлығын Афған һуғышы ла һынай. Әрменән ҡырыҫланып, үҙгәреп ҡайтҡан егеттең ҡатҡан күңелен ҡайнар мөхәббәт иретә.
XXII партсъезд исемендәге колхоз йү-нәлтмәһе буйынса Верхеуралда төҙөлөш мастерына уҡып ҡайтҡан тормош иптәше артынан Вәсилә Муллайән ҡыҙы ла Дәү-ләткә килә. Һөнәре буйынса эш булмауына аптырап тормай, фермаға урынлаша. Аҙаҡ Белоретта газ операторына уҡып, ҡаҙанлыҡҡа эшкә төшә.
— Яҙҙан көҙгә хәтлем колхоздың весовойында эшләйем дә, йылытыу миҙгеле башланыуға ҡаҙанлыҡҡа күсә торғайным. Отпускыға ла сыҡмай, алһыҙ-ялһыҙ эшлә-нем. 1990 йылда Фәнгиз улым тыуҙы. Бала менән оҙаҡ ултырмай тағы эшкә сыҡтым, — тип хәтирәләрен һүтте Вәсилә апай.
Үҙ көстәре менән яңы биҫтәгә иң беренселәр рәтендә йорт һалып сыға Искәнйәровтар. Ул ваҡытҡа Вәсилә апай келәт мөдире булып китә. Фәнгизе аҡыллы, йәшенә күрә уғата зиһенле, асыҡ күңелле бала булып үҫә. Мәктәптә лә гел «бишле» билдәләренә өлгәшеп ҡыуандыра. Тик уның: «Ни өсөн мин яңғыҙ?» — тигән һорауы үҙәген өҙә әсәнең. Хоҙайға ялбарыуҙарына яуап итеп, өлкән улына 10 йәш тулып үткәс, икенсегә әсә булыу бәхетенә ирешә. Һәм бер декрет ялына сыҡҡанда бер-бер артлы өс малайға ғүмер бүләк итә. Фәнгиздең күп балалы ғаилә булыу тураһындағы хыялы тормошҡа аша, бәләкәстәрҙе ҡараша. Ҡустылары Ишбулат, Динир, Өлфәт өсөн бөгөн дә һәр яҡтан өлгөлө ағай булып тора ул. Хоҙай ҡыҙ бала һөйөү бәхетен дә бүләк итә Искәнйәровтарға, 40 йәште уҙғас, Вәсилә апай Әлфинәһен таба. 2011 йылдың мартында ул Мортаҙа Рәхимов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын ала.
Ишле ғаиләнең хәстәрҙәре лә ишле. Балаларын туҡ-етеш тормошта йәшәтеү, яҡшы тәрбиә биреү өсөн бөтә көсөн һала ата-әсә. Тиҫтерҙәренең балалары башлы-күҙле булып бөткәндә улар әле һаман мәктәп юлын тапай, ял һайын ауыр сумкаларға аҙыҡ-түлек тейәп студенттар оҙата, армиялағыһы өсөн борсола. Дөрөҫ, Фәнгиздәре өйләнеп, үҙ аллы тормош юлына баҫҡан, бөгөн ул Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара.
Искәнйәровтар кәртә тултырып мал тоталар, һауын һыйырҙары ғына ете баш, һарыҡтары бәрәнләһә, 50 баштан артып китә, күпләп ҡош-ҡорт үрсетәләр. Эшләп тапҡандарынан тыш, мал көсө менән балаларҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтырып киләләр ҙә инде. Вәсилә апай аш-һыуға оҫта, мул ҡуллы. Баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеште тәләфләмәй аш итә. 7-се класта уҡыусы ҡыҙы ла ҡул араһына инеп, әсәһенә ярҙамлаша. Гүзәл заттар матурлыҡҡа ла ғашиҡ — йәйгеһен ал баҡсалары сәскәгә күмелә, өй тулы гөлдәре йыл әйләнәһенә шау сәскәлә. Хужабикә йөн иләү, бәйләү-тегеүгә лә әүәҫ. Ә кәртә-ҡуралағы эштәр, бесән әҙерләү ир-егеттәр иңендә. Динир менән Өлфәт, 11-се һәм 9-сы класты тамамлап, былтыр бер төптән тиерлек сығып киткәс, ағымдағы ҡышты Вәсилә апай менән Мостафа ағай малдарҙы алмашлап ҡарап сығып килә. Сөнки береһе сменанан ҡайтыуға икенсеһе эшкә китә. Улар икеһе лә мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы һәм ҡарауылсы булып эшләй. Вәсилә Муллайән ҡыҙы 2016 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, балалар уҡытҡанда аҡса кәрәк тип, һаман эшләүен дауам итә.
— Йәш саҡта бөтә яҡтан әүҙем булып, йырлап та йөрөгәс, клубҡа, ауылдың йәмәғәт ойошмаларына саҡыралар, килмәйһең тип үпкәләйҙәр. Ләкин минең әлегә төп бурысым — әсәлек, ғаиләмдә тигеҙлек, именлек һаҡлау. Балаларым тип йәшәйем. Уларҙы үҙ аллы тормош юлына баҫтырғас, ныҡ ҡартайып китмәһәм, йөрөрмөн әле, — тип йылмая әсә.
Әсәнән күргән — тун бескән, атанан күргән — уҡ юнған тигәндәй, балалары ла үҙҙәре кеүек эшһөйәр, уңған, талантлы, оҫта, таһыл Искәнйәровтарҙың. Мостафа Акрам улының оҫталығы малайҙарына ла күскән. Балалар баҡсаһына йөрөгәндәрендә иң яҡшы ҡул эштәре уларҙың атаһыныҡы булыуын раҫлаған маҡтау ҡағыҙҙары әле лә һаҡлана. Быға өҫтәп малайҙар мәктәп йылдарында Юлай Һибәтов етәкләгән ағас эшкәртеү түңәрәгендә шөғөл-ләнгән. Улдарының ағасты һырлап, биҙәп эшләгән аш-һыу таҡталарын тотонмай матур итеп элеп ҡуйғандар. Дүртеһе лә спортсы — еңел атлетика, армрестлинг, гер күтәреү, отжимание, көрәш, волейбол, футбол буйынса яулаған миҙал-кубоктарының, почет грамоталарының иҫәбе-хисабы юҡ. Бынан тыш, һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас, күңеле тартҡан шөғөлдәрендә яулаған ҡаҙаныштары ла етерлек. Мәктәп йылдарында «Иң әүҙем уҡыусы» исеменә лайыҡ булған Фәнгиз ғүмер буйы бөтә яҡтан да әүҙем булып ҡала: төрлө акцияларҙа, сараларҙа ҡатнаша, йырға маһир егет СиБДУ-ның музыка факультетын тамамлаған. Сибай күп профилле колледжында автомеханик һөнәренә уҡып сыҡҡан Ишбулат бөгөнгө көндә Мәскәүҙә Росгвардия сафында хәрби бурысын үтәй. Ул 2018 йылда «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) III төбәк чемпионатында ҡатнашып, «Таш эшкәртеү» йүнәлешендә I урынға лайыҡ булған. Сибай педколледжында физкультурникка уҡыған Динир менән Магнитогорск политехник колледжында машинист һөнәрен үҙләштергән Өлфәт мәктәп йылдарында үҙҙәре яһаған автомоделдәре менән «Йәштәр технопаркы» йәш техниктар, конструкторҙар һәм рационализаторҙарҙың республика слеты, «Йәш техниктарҙың ижади оҫтаханаһы» республика семинары, техник ижад буйынса «XXI быуат лабораторияһы» республика, «Йәш Кулибиндар» төбәк фәнни-ғәмәли конференцияһы еңеүселәре һәм призерҙары булған, авиамоделдәр һынау буйынса асыҡ ярыштарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Бына шундай шәп ағайҙары араһында малайҙар кеүек сая булып үҫкән Әлфинә, ҙурая килә, баҫалҡы, нәфис ҡыҙға әйләнгән. Ҡыҙыҡай һүрәт төшөрөү, тегеү буйынса һәләттәрен үҫтерә, Гагарин кубогына олимпиадаларҙа ҡатнашып, белемен һынай.
— Ваҡыты етһә, былай ҙа ситкә таралышып бөтөрҙәр, тип балаларҙы гимназияға уҡырға ебәреүҙән ҡыҙғандым. Бәлки, унда тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшкән булырҙар ине. Таҡһырҙа мәктәп башланғыс ҡына булғас, әсәйем мине 5-се класҡа Баймаҡ интернатына уҡырға бирҙе. Шундағы ике йылда уҡыуым ныҡ яҡшырһа ла, һағыныуым үҙәккә үтте. Ауырып ҡайтып килгәс, ныҡ һөйөндөм, Гусевҡа йөрөп уҡырға ла риза инем. Атай-әсәй ҡосағында үҫкән баланың арҡа һөйәге ныҡ, күңеле бөтөн булыуына үҙ миҫалымда инанғаным. Бала үҫтергән ваҡыт бер мәл генә ул. Һәм бына, ысынлап та, таралыштылар ҙа. Ҡайтыуҙарын талпынып көтөп алаһың да, моңайып оҙатып ҡалаһың. Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә иҫән-имен генә булһындар инде, — тип тамамланы һүҙҙе әсә.
Читайте нас: