-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2021, 14:40

«Торатау» геопаркы –– 2021 йылда ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индереүгә дәғүә иткән 16 кандидат исемлегендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, «Торатау» буйынса заявка уҙған йылдың ноябрендә бирелгән, ул бөтә донъянан йөҙәрләгән илдәр иҫәбендә булған. Рәсәйҙән булған заявкалар араһында алдан һайлап алыуҙы үткән берҙән-бер геопарк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, «Торатау» буйынса заявка уҙған йылдың ноябрендә бирелгән, ул бөтә донъянан йөҙәрләгән илдәр иҫәбендә булған. Рәсәйҙән булған заявкалар араһында алдан һайлап алыуҙы үткән берҙән-бер геопарк.
«Беҙҙең геопаркты халыҡ-ара инстанцияларҙа күрһәтеүгә ярҙам иткәндәре өсөн Рәсәйҙең Сит илдәр эштәре министрлығына, шәхсән Сергей Викторович Лавровҡа рәхмәтлебеҙ. Һөҙөмтәләр, Халыҡ-ара эксперттар беҙҙең мөғжизәле «Торатау» ҙа булғас, ошо йыл аҙағына билдәле буласаҡ», –– тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 10 июлендә ЮНЕСКО башҡарма советының 209-сы сессияһында «Янған-Тау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемелегенә индерелгәйне. Ул геологик, биологик, тарихи һәм милли мираҫҡа эйә.
«Торатау» геопаркы Башҡортостан Башлығы Указы менән 2018 йылдың декабрендә булдырылғанйы. Унда Ишимбай һәм Стерлетамаҡ райондары биләмәһендә Торатау и Йөрәктау шихандарында баҫҡыстар менән ике экологик һуҡмаҡ булдырырға планлаштырыла. 336 миллион һумға визит-үҙәк һәм капиталь булмаған алты үҙәк төҙөү күҙаллана. Усолка (Тоҙйылға) йылғаһы буйында инженер инфраструктуралары объекттарын һалыуға 100 миллион һум кәрәк. Геопаркты үҫтереүгә 2021–2022 йылдарҙа 500 миллион һум бүленәсәк.
Тотош алғанда, «Торатау» һәм «Янған-Тау» геопарктары үҫешенә 2021–2022 йылдарҙа бюджеттан 920 миллион һум талап ителә, шуның 435 миллион һумы «Янған–Тау»ға, ҡалғаны — «Торатау»ға.
«Мәсьәлә ыңғай хәл ителеп, «Торатау» ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә инһә, ул республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, халыҡ-ара статусҡа эйә икенсе биләмә буласаҡ. Иң мөһиме –– рсепубликаның көнъяк биләмәләрен үҫтереүҙә һәйбәт башланғыс буласаҡ», — тип билдәләгән Радий Хәбиров.
Читайте нас: