Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында уҙған коллегияла "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
- 2020 йыл бөтә донъя өсөн һынау булды. Беҙҙең тармаҡҡа ла пандемия йоғонто яһамай ҡалманы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Экология" милли проекты сиктәрендә урман тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Киләсәктә иһә социаль тармаҡҡа айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәк. Урман тармағы йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ошо йүнәлештә эшләргә кәрәк. Бынан тыш, башҡорт балы менән сит илдә ҡыҙыҡһыналар, импортҡа ебәрелгән бал күләме артҡандан-арта. Шуға күрә йүкә ағасын ултыртыу эшен әүҙемләштерергә кәрәк, - тине үҙенең сығышында БР Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан тәжрибәһе уңышлы тип табылған. Былтыр был проектты тормошҡа ашырыуға 211,2 миллион һум аҡса бүленгән. Волга буйы федераль округында был күрһәткес буйынса республикабыҙ беренсе урында килә, Рәсәй буйынса иһә икенсе урынға сыҡҡан. Быйылға был проектты үтәүгә 162,3 миллион һум аҡса бүленәсәк.
- Урманды тергеҙеү саралары 15,3 мең гектар майҙанда ойошторолған. Быйыл иһә беҙҙең алда тағы бер бурыс тора – урман хужалыҡтары тамыры ябыҡ итеп ултыртылған үҫентеләр күләмен арттырырға тейеш. Былтыр өс урман хужалығы был системаны һынап ҡараны. Быйыл уларға тағы 16 урман хужалығы ҡушылырға тейеш, - тине Марат Шәрәфетдинов.