-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2021, 12:05

Әбйәлилдәр был юлы ла һынатманы

“Башҡортостан” гәзите Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан "Бәйләнештә"ге төркөмөндә “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” конкурсын иғлан иткәйне. Еңеүселәр иҫәбендә әбйәлилдәрҙең дә булыуы оло ҡыуаныс.

Республикабыҙҙан уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 12 гүзәл зат “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” исеме өсөн көрәште.
Иң күп тауышты Белорет ҡалаһынан Айгөл (Фәимә) Ниғәмәтуллина (848 тауыш) йыйып, беренсе урын яуланы. Әйткәндәй, еңеүсе сығышы менән беҙҙең райондың Шәрип ауылынан.
Икенсе урынға яҡташыбыҙ, Күсем ауылынан Зөлфирә Ҡарағужина–Моратшина сыҡты, ул 736 тауыш йыйҙы.
Афарин, яҡташтар!
Читайте нас: