+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2021, 11:51

Иҫәп алыусы

Беҙҙең район ауыл хужалығы һәм халыҡ иҫәбен алыу кампанияларында һәр саҡ алдынғылар рәтендә билдәләнә.

Беҙҙең район ауыл хужалығы һәм халыҡ иҫәбен алыу кампанияларында һәр саҡ алдынғылар рәтендә билдәләнә. Мәҫәлән, 2016 йылдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа район республикала һигеҙенсе урынды алды. Бында, әлбиттә, Әбйәлилдә иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченный В. М. Гәрәевтың хеҙмәт өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
—Иҫәп алыу кампанияларында 1979 йылдан алып ҡатнашам, шуларҙың икәүһе СССР заманына тура килһә, бишәүһе Рәсәй составында. 2020 йылдың октябренә тәғәйенләнеп, башта 2021 йылдың апреленә күсерелеп, хәҙер инде быйылғы сентябрь айына билдәләнгән халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы етенсеһе була. Шуларҙың икәүһе — ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса, — ти Вильям Муллаҡай улы.
Теүәллек, иғтибарлыҡ талап иткән эште һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ менән атҡарып сыҡҡан В. М. Гәрәевтың был өлкәләге хеҙмәте дүрт миҙал менән билдәләнгән, ул шулай уҡ 1989 йылда Рәсәй Дәүләт статистика комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Намыҫлы эше өсөн бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең дә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылған.
Вильям Гәрәев Асҡар ауылында тыуып үҫә, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, район финанс бүлегенә өлкән инспектор булып эшкә килә. Ситтән тороп Өфө финанс техникумында уҡый, артабан контроль-ревизия идаралығында өлкән контролер-ревизор, Госстрахта начальник, Һаҡлыҡ банкында ревизор булып эшләй. Вильям Муллаҡай улы «Урал аръяғы МТС-ы»нда эшләп, хаҡлы ялға китә.
Тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында 1979 йылда ҡатнаша. Вильям Муллаҡай улы иҫәп алыу участкаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Иҫәп алыу кампанияһының иң ҡыҙыу мәлендә районда иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченный ҡапыл сирләп киткәс, Вильям Гәрәевҡа иҫәп алыу материалдарын тапшырыу бурысы йөкмәтелә. Отчетты ун көн буйына бирергә тура килә, сөнки иҫәп алыусылар эш барышында ебәргән хаталарҙы төҙәтергә кәрәк була.
Тағы ун йыл үтеүгә ул районда иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченный итеп ҡуйыла.
— Был мәлгә мин кампанияны әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә барыһын да кадрҙар хәл итеүенә төшөнгәйнем инде. Шуға күрә иҫәп алыуҙа ҡатнашыусыларҙы сифатлы уҡытыуға ныҡлы иғтибар бирергә тырыштыҡ, — тип хәтерләй ул йылдарҙы В. Гәрәев.
Һөҙөмтәлә 1989 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу материалдарын Өфөгә алып барғанда, үҙе менән иҫәп алыу участкалары мөдирҙәрен ала һәм отчетты бер көндә тапшырып ҡайталар.
Вильям Муллаҡай улы әйтеүенсә, һәр иҫәп алыу — үҙенсә төрлө хәлдәре менән иҫтә ҡала икән.
Бер яҡтан ҡыҙыҡлы ла, икенсе яҡтан иһә күп көс, иғтибарлылыҡ талап иткән эш оҡшай В. Гәрәевҡа.
— Бөгөн заманса технологиялар менән эш итәбеҙ. Иҫәп алыу процесы тиҙәйә. Әммә был эштә кеше факторы мөһимлеге кәмемәй. Мин, элеккесә, ниндәй генә технологиялар булғанда ла, кадрҙар төп ролде уйнай тигән фекерҙәмен. Шуға ла буласаҡ кампанияла төп иғтибар кадрҙарҙы һайлап алыуға биреләсәк, йәғни үҙ эшенә яуаплы ҡарағандар һәм сифатлы эштәре менән алдырғандар, шулай уҡ заманса планшеттар менән эш итә белгәндәр быйылғы кампаниянан да ситтә ҡалмаясаҡтар, — ти Вильям Муллаҡай улы.
Әбйәлилдә халыҡ иҫәбен алыуҙа 13 кеше ҡатнашасаҡ. Кампания яҡынлашыу менән улар өсөн уҡыуҙар үткәреләсәк.
Читайте нас: