Башҡортостанда 2020 йылда 2,1 миллион ҡатын-ҡыҙ йөшәгән, был дөйөм халыҡтың 53 проценты. Хеҙмәт ресурсының 47 процентын улар тәшкил итә. Мәғариф өлкәһендә - 84, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәрҙә - 81, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, ҡунаҡханалар буйынса 65 процентында гүзәл зат эшләй. Республикала эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше - 41 йыл. Эшләүселәрҙең 18 процентын 30 йәшкә тиклемгеләр, 30-ҙан 54-кә йәштәгеләр 68 процент, 55 йәштән өлкәндәр 14 процент тәшкил итә. Юғары уҡыу йорттары студенттарының 52 процентын, урта һөнәри белем алыусыларҙың 43 процентын ҡыҙҙар тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәшәү оҙонлоғо ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда күберәк.