Йәмғиәт
12 Марта 2021, 05:42

Ғаиләм — ҡәлғәм

«Ғаиләм — ҡәлғәм» тип аталған йылы аралашыуға ҡоролған кисәгә районыбыҙҙың үҙ традициялары, кәсеп-шөғөлдәре менән айырылып торған, итәғәтле, һәр яҡтан һәләтле, туған телдә һөйләшкән балалар үҫтергән иң күркәм ғаиләләре саҡырылды.

Яҙҙың тәүге көнөндә билдәләнеүсе Башҡорт ғаиләһе көнө районда өр-яңы мәҙәни сараға нигеҙ һалды. «Ғаиләм — ҡәлғәм» тип аталған йылы аралашыуға ҡоролған кисәгә районыбыҙҙың үҙ традициялары, кәсеп-шөғөлдәре менән айырылып торған, итәғәтле, һәр яҡтан һәләтле, туған телдә һөйләшкән балалар үҫтергән иң күркәм ғаиләләре саҡырылды. Әйткәндәй, өлгөлө тормош көткән ысын башҡорт ғаиләләре беҙҙә бик күп. Уларҙың һәр береһен саҡырғанда, кисә һаман да дауам иткән булыр ине әле. Шуға күрә проект етәксеһе, мәҙәниәт бүлегенең ижади коллективтар менән идара итеүсеһе Фәнил Әсәҙуллин билдәләүенсә, сараның ҙур киләсәге, матур дауамы, һис шикһеҙ, буласаҡ. Уны киләсәктә һәр ауылда, биләмәлә, ә иң аҙаҡтан район кимәлендә үткәреү күҙаллана.
Сараға 21 ғаилә саҡырылды. Урындарҙа уларҙы клуб мөдирҙәре әҙерләп, ғаилә тураһында тулы мәғлүмәт туплап алып килгәйне. Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған кисәлә халыҡ йолалары ла һанланды. Сәхнә түренән урын алып, сараны алып барыусылар менән ҡара-ҡаршы һөйләшеүгә сират йәрәбә тартыу юлы менән билдәләнде. Ғаилә менән танышҡандан һуң алып барыусылар уның һәр ағзаһына ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Башҡортҡа хас йола буйынса йырлы-бейеүле күстәнәстәр менән килгәйне ҡунаҡтар. Ә сығыштарын тамамлағандан һуң йәрәбә буйынса сәхнәгә күтәрелгән сираттағы ғаиләгә бүләк тапшырҙылар. Бүләк бирешеүҙә лә башҡортлоҡ рухы сағылды: аш-һыу оҫтабикәләре сәк-сәк, бөйөрөк, ҡаҙы-тултырма кеүек милли ризыҡтар бешереп алып килһә, ҡул эштәренә маһир хужабикәләр ҡорама түшәк, бетеү, янсыҡ һәм башҡа әйберҙәр, уңған хужалар ағас эштәрен бүләк итте. Булмаһа, был ғаиләләр менән яҡындан танышайыҡ.
Тупаҡтан Заһиҙә һәм Рәфис Сахаувтарҙың өйөнә «Өлгөлө йорт» алтаҡтаһы юҡҡа ғына беркетелмәгән. Был йортта ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләгән матур ғаилә донъя көтә. Балалар ата-әсәһенең һөйөүенә, татыулығына сорналып үҫә. Ҡыҙҙар әсәһенә аш-һыу яраштырыуҙа, өй эштәрендә ярҙамлаша, Рәзиф атаһының уң ҡулы. Ғаилә башлығы төҙөлөш ойошмаһында, ә ҡатыны уҡытыусы булып эшләй. Әүҙем тормош алып барған Сахаувтар ауылда үткән сараларҙан, ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Заһиҙә Зиннәт ҡыҙы матур итеп йырлай ҙа.
Тал Ҡусҡарынан Зөлфиә һәм Рамил Ғиззәтовтарҙың парлы ғүмер кисереүҙәренә быйыл 40 йыл була. Уларҙың йорттарын «Татыу ғаилә», «Матур йорт» алтаҡталары биҙәй. Дүрт бала үҫтереп, уҡытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Бөгөн 8 ейән-ейәнсәрҙәре үҫә. Икеһе лә хаҡлы ялдалар. Ғаилә башлығы киномехник, клуб мөдире, икмәк машинаһы водителе, Зөлфиә апай һауынсы булған. Хәҙер ҙә ауылдың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем улар. Рамил ағай — ауыл Советы депутаты, староста, Ҡыҙыл йылғаһы аша күпер һалыуға тос өлөш индергән. Зөлфиә апай «Ҡорама» фольклор төркөмө ағзаһы, оҫта бейеүсе.
Таҡһырҙан Айгөл һәм Рафил Ласыновтар күркәм йорт һалып ингән, өс бала үҫтерә. Ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, йәшелсә-емеш үҫтереп, йыр-моңға ғашиҡ, спорт ярыштарында алдынғы булып бынамын итеп йәшәй улар. Ғаиләнең төп кәсебе — ат малы үрсетеү. Улдары Альберт район, республика кимәлендәге ат ярыштары призеры. Ләйсән шәп йүгерек, саңғысы һәм оҫта һыбайлы ла. Азалияға ла «ат ене» ҡағылған. Ласыновтар «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә район кимәлендә ат сабышы уҙғарған. Рафил Милләт улы оҫта гармунсы булһа, кәләше – бейеүсе.
Тал Ҡусҡарында сирек быуат ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән Сәлимә һәм Илнур Дәүләтбаевтар ғаиләһендә 4 бала. Ике өлкән улдары эшләп йөрөй, Сәлиә бейеүсе һөнәрен үҙләштерә, ә мәктәптә уҡыусы Илдар ҡул эштәре менән мауыға, сәйләндән күркәм хәситәләр эшләй, матур йырлай, театр түңәрәгендә шөғөлләнә.
Егәрле хужалар ҡура тулы мал көтә, йылҡы тота, ҡымыҙ бешә, баҡса үҫтерә. Йыл һайын Яңы йылға ҡапҡа биҙәү конкурсында Дәүләтбаевтар гран-при яулай.
Асҡарҙан Нәйлә һәм Вадим Ғафаровтар өс тағандай өс ул тәрбиәләй. Вадим Фәнил улы район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеген етәкләһә, Нәйлә Баймырҙа ҡыҙы — гимназияла математика һәм информатиканан уҡыта. Данияр менән Бәхтийәр тик «бишле» билдәләренә өлгәшә, Урал баҡсаға йөрөй. Данияр «Йәйғор» бейеү ансамблендә бейей, йөҙөү, бокс менән шөғөлләнә. Бәхтийәр авиамоделдәр һынау спорты буйынса республика, Волга буйы федераль округы чемпионы. Ғафаровтар әүҙем ял итеүҙе үҙ итә. Улар бергәләп Инйәр буйы тешле ҡаяларына, Ирәмәл, Ҡараташ, Айғыр тауҙарына артылған.
Ҡушыйҙан Гөлдәр һәм Ишбулды Һибәтовтар 40 йыл элек ғаилә ҡорған. Ишбулды Ғәлип улы чабан, ферма мөдире булып эшләгән, Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы алдынғы һауынсы булған. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән, икеһе лә депутатлыҡҡа һайланған. Үҙҙәре кеүек эшһөйәр ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән Һибәтовтар ҡәҙерле олатай һәм өләсәй. Ғаилә йылҡысылыҡ менән булыша. Сараға улар бөтә ғаилә менән килде, ейәнсәрҙәре «Башҡортостан гүзәле – 2020», «Сыңлы үксә» конкурстары еңеүсеһе Илмира Һибәтова дәртле бейеү башҡарҙы.
Буранғолдан Гөлсинә һәм Заһит Хамматовтар ғаиләһе «Йәш ғаилә – 2014», «Ҡышҡы ғаилә уйындары – 2021» район конкурстрында I урын яулаған. Ауылда үткәрелгән спорт һәм мәҙәни сараларҙың үҙәгендә ҡайнап йәшәй улар. Ғаилә башлығы һыу кимәлен үлсәү посында күҙәтеүсе булып эшләй, хужабикә балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Ғаиләлә өс ул үҫә: Раян — автотранспорт колледжында уҡый, хоккейсы. 8-се класта уҡыусы Айсар баскетбол, волейболды үҙ итә, ҡурайҙа уйнай, оҫта бейей, Булат — 1-се класта.
Гөлфиә һәм Илгиз Моратшиндар Әбделмәмбәттә бик матур донъя көтә. Улар өйҙә генә түгел, эштә лә бергә. Өй хужаһы мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы, хужабикә ингиз теле һәм музыка уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. Быларға өҫтәп, ауыл Советы депутаты ла. Ғаиләлә өс бала. Динар Сибайҙа эске эштәр бүлегендә эшләй, Алһыу медицина колледжы студенты, Айнур балалар баҡсаһына йөрөй.
Рауилдан Раушания һәм Байрас Мәхмүтовтар өс ҡыҙ үҫтерә. Улар икеһе лә Асҡар балалар йорто хеҙмәткәрҙәре. Раушания сәнғәткә ғашиҡ. Байрас та сәхнәне үҙ күрә, үҙ аллы гармунда уйнарға өйрәнгән. Ҡыҙҙарын һәр эшкә маһир, булдыҡлы итеп тәрбиәләй Мәхмүтовтар.
Хәмиттән Гөлнур һәм Сабит Баһауетдиновтарҙың бергә йәшәүҙәренә 26 йыл. Ғаилә башлығы шәхси эшен асһа, хужабикә мәктәптә китапханасы булып эшләй. Татыу ғаиләлә өс бала донъяға килгән. Гөлмәрйәм балалар табибы, Мөхәмәт нефть колледжын тамамлаған. Гөлсирен 7-се класта. Балаларҙы милли рухта тәрбиәләүҙә өләсәйҙәре Майҙа инәйҙең роле ҙур.
Красная Башкириянан Айгөл һәм Данил Рәхмәтуллиндар иң күркәм, әүҙем ғаиләләрҙең береһе. Ҡыҙҙары Юлиә кейәүҙә, ике бала әсәһе, Данияр 5-се класта. Егәрле хужалар ең һыҙғанып донъя көтә. Айгөл йыр-бейеүгә маһир, ауылда уҙған мәҙәни сараларҙың биҙәге.
Юлдаштан Айһылыу һәм Зәйнетдин Ғафа-ровтарҙың тормош юлынан бергә атлауҙарына – 45 йыл! Береһе колхозда шофер, икенсеһе фермала эшләгән Ғафаровтар 7 балаға ғүмер бирә. Тәүге ҡыҙҙары оҙаҡ йәшәмәй, ә ҡалған балаларына матур тәрбиә бирәләр. Бөтәһе лә ғаиләле, 11 ейән-ейәнсәрҙәре үҫә. Айһылыу Әнәс ҡыҙы «Гөлғәйшә» фольклор төркөмө ағзаһы. Балаларының ярҙамы менән Ғафаровтар Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы тау башына таштан яҙыу эшләгән, уны йыл һайын яңыртып, ағартып торалар, был ғаиләнең һуғыш ветерандарына оло хөрмәт билдәһе.
Үтәгәнгә килеп инеү менән Зарема һәм Илнур Ғайсиндарҙың сынъяһау йорто ҡаршы ала. Был өй «Иң яҡшы шәхси йорт» республика смотр-конкурсы еңеүсеһе. Илнур КФХ башлығы, халыҡты таҡта, өй, мунса буралары менән тәьмин итә, Зарема Амангилде мәктәбендә уҡыта, «Тамъян» балалар бейеү ансамблен етәкләй. «Суҡ муйыл» фольклор ансамбле составында Ҡырымда уҙған «Алтын майҙан» этнофестивалендә ҡатнашҡан, «Мисс Ҡырым» номинацияһында гран-при яулаған. Йәштәр ике ул үҫтерә.
Гөлшат һәм Айҙар Йәркәевтарҙы ауыл хужалығы институты осраштырған. Уҡыуҙы уңышлы тамамлап, ҡыҙҙары Гөлназды етәкләп Таштимергә ҡайтып төпләнәләр. Хужалыҡта ветеринар булып эш башлайҙар, заманалар үҙгәреүе уларҙы педуниверситетҡа илтә. Айҙар Мөнир улы 20 йылдан ашыу Асҡар урта мәктәбендә тарихтан уҡыта, хәҙер ит ризыҡтарын ыҫлау буйынса шәхси эшен асҡан, продукцияһы менән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатыу итә. Гөлшат Роберт ҡыҙы Таштимер мәктәбендә эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, оҙаҡ йылдар һайлау комиссияһының секретары, аҙаҡ рәйесе була. Йәркәевтарҙың ғаилә стажы — 33 йыл, өс бала үҫтергәндәр, бер ейәндәре бар.Таштуйҙан Резеда һәм Ва-дим Йосоповтар дәртләнеп донъя көткән йәш ғаиләләрҙең береһе. Һаҡ хеҙмәткәре булып эшләгән Вадимдың яратҡан шөғөлө йорт йыһаздары эшләү, заказдар ҙа ҡабул итә, буш ваҡытында ҡулына гитараһын ала. Тырыш, эшһөйәр Резеданың ҡул эштәре лә күҙ яуын алырлыҡ. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ҡәйнәһе менән әхирәттәр кеүек аңлашып, татыу йәшәйҙәр. Ғаиләлә сәскәләй ике ҡыҙ үҫә.
Әбдрәштән Лира һәм Фуат Батыршиндар өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Илназ нефть университетын тамамлап, һөнәре буйынса эшләй, Батыр хәрби бурысын үтәй. Зилиә менән Ғәлим мәктәп уҡыусылары. Фуат ағай һөнәре буйынса водитель булһа, Лира апай 31 йыл башланғыс кластарға белем бирә. Ғаилә башлығы мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы, хужалыҡ мөдире булып эшләгән. Ҡыҫҡартыуға эләккәс, ҡалаға йөрөп эшләп ҡараған. Әммә бының файҙаһыҙ булыуын аңлап, күпләп мал үрсетә башлаған. Ишле ғаилә ҙур хужалыҡ тота. Ысын башҡорт ғаиләһендә балалар үҙҙәренең шәжәрәһен ятҡа белеп, туған телдә шиғырҙар һөйләп, милли көйҙәр тыңлап, йырлап-бейеп үҫә.
Гөлсинә һәм Рамил Рәхмәтовтар Ишбулдыла йәшәй. Балалары: Рәис студент, Эльвина уҡыусы. Өй хужаһы вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, ялға ҡайтҡанында төрлө ярыштар ойоштора, ауыл балаларын спортҡа ылыҡтыра. Хужабикә Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәтендә кассир. Рәхмәтовтар ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Ҡаҙмаштан Сәйҙә һәм Ғаяз Ҡараҡаевтарҙың бергә донъя көтөүҙәренә теүәл 56 йыл. Әрме бурысын үтәп ҡайтҡан егеткә район мәғариф бүлегендә Әхмәт башланғыс мәктәбенә ике приказ тотторалар, береһен тышта көтөп торған ҡыҙға бирергә ҡушалар. Буласаҡ тормош юлдашы менән яҙмыш ошолай осраштыра уны. Бергә эш башлаған йәштәр, өйләнешкәс, Ҡаҙмашҡа ҡайтып төпләнә. Ғаяз Мофаззал улы Рысҡужа мәктәбендә уҡытыуын дауам итһә, Сәйҙә Хөббөтдин ҡыҙы, махсус курс бөтөп, Ҡаҙмаш урмансылығына бухгалтер булып урынлаша. Ғаилә башлығы төп эшенән тыш депутат, пропагандист, агитатор йөкләмәләрен тартһа, хужабикә һайлау комиссияһы секретары, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы була. Хөрмәтле ветерандар өс балаһының ҡәҙер-хөрмәтендә, ейәндәр һөйөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Гөлназ һәм Илнур Кирамовтар Ҡырҙаста йәшәй. Ғаилә башлығы Асҡарҙа механик булып эшләй, Гөлназ мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Йәш ғаиләлә теремек кенә ҡыҙ һәм ул үҫә. Гөллирә, ата-әсәһенә оҡшап, сәнғәткә ғашиҡ, «Гүзәлкәй» район бәйгеһенең гран-при эйәһе. Иҙелгә өс кенә йәш.
Яңы Балапандан Гөлнара һәм Ғамир Рәхимовтар икеһе лә егәрле, уңған кешеләр. Ғамир Марс улы оҙаҡ йылдар мал табибы булып эшләп, һуңғы йылдарҙа шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотонған — йылҡы үрсетә, ҡымыҙ етештерә. Гөлнара Абдулхаҡ ҡыҙы 26 йыл инде ауылдаштарының һаулығы һағында фельдшер булып эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы. Ике улдары өйләнгән, контракт буйынса хеҙмәт итәләр. Диниә 3-сө класта уҡый, төпсөктәре Нурислам биш йәштә.
Рысҡужанан Эльвира һәм Данил Хөснөтдиновтар 15 йыл татыу ғүмер итәләр. Эльвира — ашнаҡсы, Данил юл хужалығы хеҙмәткәре. Биш бала үҫтерәләр, уларҙың өсәүһен тәрбиәгә алғандар. Хөснөтдиновтар ауылда, районда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Хужабикә йүгереү, йөҙөү буйынса ярыш-марафондарҙы ҡалдырмай. Мәҙәниәт тормошонда ла гөрләп йәшәйҙәр.
— Бына ошондай ныҡлы, татыу, сәләмәт ғаиләләр милләтебеҙҙең йөҙөн, данын, күркәмлеген һаҡлай. Кисәбеҙҙе, кисебеҙҙе йәмләгәнегеҙ, матур йәшәйешегеҙ менән башҡаларға өлгө күрһәткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Олатай-өләсәйҙәрҙең мираҫын, тәрбиә мәктәбен быуындан-быуынға тапшырыу — беҙҙең бурысыбыҙ. Үткәндәрҙе барлап, киләсәккә ынтылып, нәҫел ептәрен өҙмәй йәшәйек. Беҙ бит башҡорт ғаиләләре, — тип сараны йомғаҡланы мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин. Бөтә ғаиләләр ҙә район башлығының рәхмәт хаты һәм «Башҡорт ғаиләһе – 2021» дипломы менән бүләкләнде.
Читайте нас