Әгәр әсәнең өс балаһы бар икән – 57, дүрт балаһы булһа – 56, биш йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән икән, 50 йәштән пенсияға сығыу хоҡуғы бар. Әммә шул уҡ ваҡытта күп балалы әсәнең 15 йыл хеҙмәт стажы булыу өҫтөнлөктәр бирә. Өҫтәүенә, уның йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск ваҡыты ла иҫәпкә алына. Бала тәрбиәләү буйынса отпуск та пенсия стажына инә, тик иң күбе 6 йыл ғына иҫәпләнәсәк. Бынан тыш, пенсия балдарының минималь иҫәбен йыйырға кәрәк. Былтыр ул 18,6 балл булһа, 2028 йылда иһә 30 балл йыйырға тура киләсәк.