Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы балаларға түләмдәрҙең күләме ғаиләнең табышына бәйле буласаҡ һәм йәшәү минимумынан 50, 75, 100 процент тәшкил итергә мөмкин.
Түләм балаға билдәләнгән йәшәү минимумының яртыһы күләмендә билдәләнгәндән һуң, ғаиләнең уртаса табышы бер йән башына йәшәү минимумынан артмаһа, уны 75 процентҡа тиклем арттырасаҡтар.
Был юлы ла уртаса йән башына ғаиләнең табышы йәшәү минимумынан артмаһа, түләм 100 процент тәшкил итәсәк.
Бындай түләмдәр күләме балалар өсөн йәшәү минимумы күләме үҙгәргән һайын ҡабатлап иҫәпләнәсәк.
Бындай түләмдәр яңыртылған күләмдә 1 ғинуарҙан түләнә. 2021 йылдың 1 апреленән һуң ғариза бирһәгеҙ, уны ҡабатлап иҫәпләйәсәктәр.
Балалары булған ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу “Демография” милли преокты нигеҙендә башҡарыла.