Йәмғиәт
16 Марта 2021, 05:05

"Алға" картаһының ҡулланылыу даирәһе киңәйә

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” форматында тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Алға” берҙәм транспорт картаһы проектының артабанғы үҫеш юлдары ҡаралды, шулай уҡ төбәктәге автомобиль юлдарын миҙгелгә бәйле төҙөү һәм ремонтлау мәсьәләләре барланды.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” форматында тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Алға” берҙәм транспорт картаһы проектының артабанғы үҫеш юлдары ҡаралды, шулай уҡ төбәктәге автомобиль юлдарын миҙгелгә бәйле төҙөү һәм ремонтлау мәсьәләләре барланды.
“Башҡортостан социаль карталар регистры” йәмғиәте директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, 15 мартҡа республикала бер миллион самаһы “Алға” берҙәм транспорт картаһы сығарылған. Транспорттағы хәрәкәт өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләп йөрөгән дөйөм сәфәрҙәр араһында “Алға” картаһының өлөшө 50 процент самаһы тәшкил итә. Унан тыш, 2019 йылдың июленән тормошҡа ашырыла башлаған “Бәхетле сәғәт” эсендә республикала 2,9 миллион бушлай сәфәр яһалған. Шулай итеп, пассажирҙар, дөйөм алғанда, транспортта йөрөү өсөн 56 миллион һумды янында ҡалдырған.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская әйтеүенсә, халыҡтан пассажир ташыусыларҙың ҡулаҡсаһыҙ түләү алған терминалдарҙы ҡулланыуына бәйле ялыуҙарҙың күләме кәмегән.
Төбәктә ҡулаҡсаһыҙ түләү системаһына 72 пассажир ташыусы ойошма ҡушылған, тағы 27 ғариза ҡарала.
“Алға” картаһы проектының мәғариф өлкәһендә, “Уҡыусы картаһы” форматында ла ҡулланылыуы тотороҡло динамика күрһәтә. Карта буйынса уҡыусыларҙың белем биреү учреждениеһына килеүе, мәктәп ашхана-буфеттарында туҡланыуы теркәлә.
Республиканың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, проекттың киләһе үҫеш этабы төбәктең социаль тармағына йүнәлтеләсәк. “Алға” картаһы буйынса театр, музей, концерт залдарына барғанда, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә лә ташламалар алып буласаҡ.
Сарала проект ребрендингы мәсьәләһе лә тикшерелде, сөнки картаны ҡулланыу даирәһе киңәйә. Ул саҡта проект “Алға, Башҡортостан” картаһы тип аталасаҡ.
– Карта кешеләр өсөн бик тә уңайлы булды, ул иҡтисадтың яҡшы кимәлен күрһәтә. Шуға ла яңы сервистарҙы һайлағанда кешеләрҙең ихтыяжына йүнәлеш тотоу фарыз, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков әйтеүенсә, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикала 233 мең юл япмаһы хилафлыҡтарын ремонтлағандар. 2021 йылдың башынан ремонт һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмалары нигеҙендә эшләнә. Йылы миҙгел етһә, төбәктә тулы масштаблы соҡорҙарҙы ямау башланасаҡ. Атап әйткәндә, 1 апрелдән “Башкиравтодор” ойошмаһының 26 асфальт-бетон заводы эш башларға әҙер.
Радий Хабиров республика Башлығының Контроль идаралығына раҫланған эштәр алгоритмы үтәлешен тикшерергә ҡушты.
– Юлсыларҙың ҡуйылған бурыстарҙы ни тиклем уңышлы үтәгәнен аңларға тейешбеҙ. Апрель уртаһында транспорт министрлығы автомобиль юлдарын ремонтлау һәм төҙөү, юл һыҙаттарын билдәләү, билдәләр ҡуйыу, юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы теркәгән видеокомплестарҙы урынлаштырыу буйынса йәйгә аныҡ план әҙерләргә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан сода компанияһы етештергән тауарҙарҙы боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡулланыу ихтималлығын тикшерҙеләр.
Был материалдарҙы һынап ҡарау йылына баш ҡала ҡаҙнаһының 35 миллион һумлап аҡсаһын экономияларға ярҙам итә, тип белдерҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов. Башҡортостан Башлығы Башҡортостан сода компанияһы менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһен ҡарарға һәм киләһе көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә реагенттар килтереү шарттарын өйрәнергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Al-a-karta-ini--ullaniliu-dair-e-ki-y-717608/
Читайте нас