Йәмғиәт
16 Марта 2021, 07:05

Сиҙәмселәр йылы йорттарҙа йәшәй

Элеваторҙа баш инженер булып эшләгән Рәсил Һиҙиәтов «Урал» торлаҡ-коммуналь хужалығы» ЯСЙ-һына 2010 йылдың апрелендә директор итеп тәғәйенләнә.

Элеваторҙа баш инженер булып эшләгән Рәсил Һиҙиәтов «Урал» торлаҡ-коммуналь хужалығы» ЯСЙ-һына 2010 йылдың апрелендә директор итеп тәғәйенләнә. Йылытыу миҙгеле бына ғына тамамланырға тора, алда йылы йәй — етәкселек дилбегәһе ҡулына бик тә уңайлы мәлдә килеп эләккән кеүек. Әммә яҡшы хужа санаһын йәй, арбаһын ҡыш әҙерләй: Рәсил Ғаяз улы ла эшкә төшөү менән алдағы миҙгелдәрҙе хәстәрләүҙе төп бурыс итеп ҡуя.
Көндәр йылынып, ҡаҙанлыҡ мөрйәһенән борлап төтөн сығыуҙан туҡтаһа, торлаҡ-коммуналь идара хеҙмәткәрҙәре ялға китә тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, эштәре бермә-бер күбәйә генә уларҙың. Һыу, йылылыҡ трассаларын хеҙмәтләндереү, «бушаҡ урындарҙы» ремонтлау, алмаштырыу кеүек эштәрҙе көндәр йылы, ҡоро торған саҡта эшләп ҡалмаһаң, ҡыш буйы туң ерҙе соҡоп этләнергә тура киләсәк. Иҫке ҡаҙанлыҡ та даими көйләп, ремонтлап тороуҙы талап итә. Быларға өҫтәп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ҡарамағындағы күп фатирлы йорттарҙа ағымдағы ремонт, төҙөкләндереү эштәрен дә йәй миҙгелендә теүәлләп ҡалыр кәрәк. Бына шундай мәшәҡәтле осорҙа хеҙмәт юлындағы өр-яңы өлкәгә аяҡ баҫа элекке инженер. Һәм шул мәшәҡәттәр өйөрмәһенә ҡушылып ҡайнап, хеҙмәт коллективы менән тәүге йылытыу миҙгелен ҡаршылай.
— Башта иҫке ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ трассалары проблемалар тыуҙырмай торманы. Йылыны күп юғалта инек. Халыҡ араһында өй һыуыҡ тип зарланыусылар ҙа булды, күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләмдәр йыйыуы ауырыраҡ барҙы, — тип хәтерләй ул ваҡытты Р. Ғ. Һиҙиәтов.
2012 йылда район хакимиәтенең ярҙамы менән сиҙәмселәр ҡасабаһында ҡаҙанлыҡ реконструкциялана, тулыһынса йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыла. Ошо мәлдән йылыға рәхәтләнә Сиҙәм халҡы. Ҡышҡы һалҡындар бында хәҙер ҡурҡыныс түгел. Әйткәндәй, коммуналь түләмдәр буйынса йыйым кимәле лә күтәрелгән — 95 процент тәшкил итә. Заманса ҡаҙанлыҡ тулыһынса автоматлаштырылған һәм операторһыҙ эшләй. Йылылыҡ биреү программаға индерелгән режим картаһына ярашлы башҡарыла, терморегуляторҙар ярҙамында көн торошона ҡарап көйләнә икән. Әгәр газ йәки электр уты һүнһә, баҫым кәмеһә, ҡаҙанлыҡ мөдиренең һәм директорҙың телефонына СМС килә. Техник прогрестың үҫешенә шаҡ ҡатырлыҡ! Әлбиттә, бөтә механизмдар көйлө генә эшләһен өсөн уларҙы ваҡытында хеҙмәтләндереп тороу ҙа зарур, ти предприятие етәксеһе.
«Урал» торлаҡ-коммуналь хужалығы һигеҙ күп фатирлы йортто һәм участка дауаханаһы, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ауыл биләмәһе хакимиәте кеүек социаль әһәмиәткә эйә объекттарҙы хеҙмәтләндерә. Коллективта 10 хеҙмәткәр: бухгалтерҙар, инженер, ҡаҙанлыҡ мөдире, тракторсылар, слесарҙәр һәм водитель.
— Предприятиеның эше яйлы, һәр кем үҙенең бурысына яуаплы ҡарай. Беҙҙең төп принцип — йәйгеһен көс һалһаң, ҡышты өҙөклөктәрһеҙ имен сығырһың. Хеҙмәтебеҙҙең баһаланып тороуы дәртләндерә. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы торлаҡ идаралығы» номинацияһында еңеүсе тип билдәләндек. Быйыл «Иң яҡшы ихата боҙ ҡаласығы» район конкурсында икенсе урынға лайыҡ булдыҡ, — ти Рәсил Ғаяз улы. Әйткәндәй, күптән түгел ЯСЙ директоры Р. Ғ. Һиҙиәтовтың фиҙаҡәр хеҙмәте лә Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Читайте нас