16 апрель «Торатау» конгресс-холлында I Башҡортостан ирҙәре форумы була. Форумдың төп ойоштороусыһы Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро. Форум Республика Башлығы Администрцияһы ярҙамында ойошторола.
Был сарала йәмәғәтселәр, активисттар, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр һәм республиканың төрлө район, ҡалалырынан инициатив ир-егеттәр ҡатнашасаҡ.
Сараның төп маҡсаттары Ирҙәр ҡороның эшмәкәрлеген ҡеүтләндереү, ойошманың үҫеш векторын билдәләргә һәм төрлө проекттарға етәкселрәҙе тәғәйенләргә. Форумда шулай уҡ әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә «Ил терәге» исемле йәмәғәт наградаһын тапшырыу ҡаралған, был награда менән ир-егеттең, айырыуса атай кешенең йәмғиәттәге социаль статусын күтәрергә бурыс ҡуйылған. Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә ирҙәр ҡороның эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерергә һәм бар яҡтан хуплап, ярҙам итергә йүнәлтелгән сарала көтөп ҡалабыҙ.
«Башҡортостанада быға оҡшаш сара беренсегә уҙа. Ойоштороусылар алдында әүҙем һәм егәрле ир-егеттәрҙе берләштереү буйынса бик яуаплы эш тора. Урал аръяғы райондарында ирҙәр ҡоро кеүек ойошмалар бар һәм төрлө кимәлдә эшләп килә, беҙгә көстәребеҙҙе берләштереп бер юфыҡта эшләү мөһим. Булған фекерҙәрҙе һәм башланғыстарҙы бер системаға һалырға кәрәк. Республикалағы социаль-иҡтисади мөхитте яҡшыртыр өсөн аныҡ маҡсаттар һәм бурыстар билдәләү форумдың төп йүнәлешенең береһе. Беҙең ойошма тарафынан бер нисә йүнәлеш билдәләнеп өлгөрҙө: сәләмәт һәм айныҡ тормош принциптарын пропагадалау, йәмғиәттә атай кешенең мәртәбәһен арттырыу, райондағы ирҙәр ҡоро менән бергә эшләү алымдарын яйға һалыу. Ошо һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанад I Ирҙәр форумын йыйабыҙ.» - тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортсотан Ирҙәр ҡоро рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Форумға теркәлеү рәсми төркөмдә бара: https://vk.com/forum_men_rb