Республика етәксеһе төбәкте үҫтереү факторы булараҡ объектив мәғлүмәттәрҙең әһәмиәтен һәм яҡын киләсәккә берлектәге эштең төп бурыстарын билдәләне.
– “Росстат” менән тығыҙ бәйләнеш барлыҡҡа килде. Стратегик йәһәттән мөһим булған бер генә ҡарар ҙа һеҙ туплаған аналитикаға нигеҙләнмәйенсә ҡабул ителмәй, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл төбәктәр өсөн мөһим бурыс – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы юғары кимәлдә үткәреү. Был проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуы ла күп яҡлап һеҙҙең эшегеҙҙең һөҙөмтәлелегенә бәйле буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы төбәктә Республикаға идара итеү үҙәгенең эшләй башлауы тураһында әйтте. Ул социаль-иҡтисади үҫештең бөтә йүнәлештәре буйынса бик күп мәғлүмәтте йылдам эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк.
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте етәксеһе ведомствоның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
– Статистика өлкәһе, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү алымдары йылдам үҙгәрә. Беҙ теге йәки был мәғлүмәттең көнүҙәклегенә, айырыуса төбәктәрҙәгенә, иғтибар итергә тейешбеҙ. Шуға күрә республика етәкселеге, тармаҡ ведомстволары һәм ойошмалары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү бик мөһим, – тине Павел Малков.