Йәмғиәт
26 Марта 2021, 03:40

Рәсәйҙәге турагенттарҙың берҙәм реестры булдырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙәге турагенттарҙың берҙәм федераль реестрын 2022 йылдың 1 ғинуарынан булдырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Законға ярашлы, реестрға ингән агенттар ғына был өлкәлә хеҙмәт күрһәтә ала. Реестрға инеү мотлаҡ ҡаралған һәм, шуныһы мөһим, ул бушлай. Туроператор турагент тураһындағы белешмәне берҙәм федераль реестр системаһындаға шәхси кабинеты аша индерә ала. Шулай уҡ, эштән киткән агенттарҙы өс көн эсендә юйҙырып ташларға мөмкин.
Реестрҙы электрон форматта Ростуризм алып барасаҡ. Ростуризм шулай уҡ реестрҙан турагенттарҙы һәм субагенттарҙы алып та ташлай ала. Әгәр инде был ваҡыт эсендә туристарға юлламалар һатып өлгөргән булһалар, ул саҡта кисәге туроператор туристарға һатҡан хеҙмәтен күрһәтергә бурыслы.
Был турагенттарҙың хеҙмәтенеңе сифатын күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ реестрҙа туроператорҙың агенттары тураһында тулы мәғлүмәт биреләсәк.
Был тармаҡтың асыҡ булыуына был йәнә бер аҙым булып тора. Хәҙер туристар путевка алған саҡта федераль реестрҙа теркәлгән һатыусынан ғына аласаҡтар. Был, бер яҡтан, туристың хоҡуҡтарын да яҡлай. Икенсе яҡтан, был тармаҡҡа ҡарата кешеләрҙең ышанысын арттыра. Закон 2022 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә инәсәк.
Читайте нас