Йәмғиәт
30 Марта 2021, 04:15

Лайыҡлы яҡташтар билдәләнәсәк

Башҡортостанда старт алған «Яҡташтар-2021» төбәк проектының төп маҡсаты – һәр төбәктең тарихын шәхестәргә бәйләп яҙыу. Йәғни теге йәки был район-ҡаланың иң арбуйлы, ғорурланырлыҡ, билдәле, хеҙмәтсән кешеләрен асыҡлау, улар аша йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү.

"Яҡташтар" проектына ярашлы һәр кем үҙе йәшәгән төбәктәге лайыҡлы шәхестәрҙе һайларға хоҡуҡлы.
Шулай уҡ проектҡа ярашлы һәр муниципалитеттың һәм ҡала округының проблемаларын да асыҡ әйтергә мөмкинлек бирә. Һорау алыу һөҙөмәтһендә һәр проблема системалы рәүештә хәл ителә барыр.
Проект сиктәрендә Башҡортостан райондары һәм ҡалаларында анкета алыу башланды ла инде. Анкеталауҙа ҡатнашырға теләгән һәр кем земляки2021.рф сайтына инеп, махсус форманы тултырырға тейеш. Анкетала күрһәтелгән исемдәр артабан проекттың икенсе этабына үтә.
Аҙаҡ, һайлап алыу этаптары тамамланғас, халыҡ лайыҡлы тип тапҡан яҡташтарҙы тәбрикләү тантанаһы үткәреләсәк.
Читайте нас