Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уңайынан Башҡортостандың Милли архивы «Архив документтарында минең ғаиләм тарихы» исемле республика конкурсы иғлан итте. Унда 8 – 11-се кластар уҡыусылары, колледж һәм вуз студенттары ҡатнаша ала. Үҙ ғаиләгеҙҙең шәжәрәһе тураһында туплаған мәғлүмәттәрҙе башҡортса ла, русса ла яҙырға мөмкин. Эштәр 30 апрелгә тиклем urakaeva.aa@bashkortostan.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.