Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, пенсия алды йәшендәге граждандар бушлай өҫтәмә һөнәри белем алыу йәки яңы һөнәргә уҡыу мөмкинлегенә эйә.
Балаҡатай районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр халыҡ мәшғүллеге үҙәге тарафынан милли проекттың “Өлкән быуын” программаһы буйынса 50 йәштән өлкәндәргә системалы ярҙам күрһәтеү, уларҙың тормошон яҡшыртыу йәһәтенән әүҙем эш алып барылған. Программаның бурысы – пенсия алды йәшендәгеләргә белемен камиллаштырыуҙа, компетенцияларын, оҫталығын арттырыуҙа булышлыҡ итеү, маҡсаты – хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡты, һөнәри мобиллекте үҫтереү.
Былтыр районда ошо категорияға ингән өс кеше яңы һөнәр алған. Улар хәҙер маникюр, педикюр оҫтаһы, һаҡсы булып эшләй ала. Белем биреү сертификаттары буйынса уҡыуға сығым 20 мең һум тәшкил иткән.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/81926
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/lk-nd-r-ya-i--n-r--l-shter-743890/