Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов “Башҡортостан Республикаһы урман фонды ерҙәрендә “Хәтер баҡсаһы” урманын ултыртыу буйынса халыҡ-ара акцияға әҙерлек буйынса республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.
23 апрелдән 23 майға тиклем урман фонды биләмәһендә ағас ултыртыу буйынса айлыҡ үткәрелә. Сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ярашлы уҙа Республика биләмәһендә саралар “Йәшел Башҡортостан” акцияһы аҫтында үтә. Быйыл уны ике этапта уҙғарыу күҙаллана: 24 апрелдә тораҡ пункттарҙы йәшелләндереү һәм, климат шарттарын иҫәпкә алып, дәүләт урман фонды ерҙәренә ағас ултыртыу, ә 15 майҙан урманда төп ағас ултыртыу саралары үтәсәк.
Министр билдәләүенсә, акцияны уҙғарыу өсөн барлыҡ муниципалитеттарҙың биләмәләрендә дөйөм 251 гектар майҙанда 65 участка әҙерләнгән, уларҙа бер миллион самаһы үҫенте ултыртыласаҡ.