+18 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
8 Апреля 2021, 11:06
Республикала 20 градусҡа тиклем йылытыуы ихтимал
Башҡортостанға субтропик һауа массаһы ағыла. 9 апрелдә республикала ҡапыл йылыта.
Башҡортостанға субтропик һауа массаһы ағыла. 9 апрелдә республикала ҡапыл йылыта. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы төндә -2,+3-тән +1,+6-ға тиклем, көндөҙ +11,+16-нан +15,+20 градусҡаса күтәрелә.
«Уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ошондай һауа торошо ҡарҙың тиҙ иреүенә, Ағиҙел бассейны йылғаларының асылыуына килтерә», — тип белдерҙе синоптиктар.
Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы арҡаһында йылғаларҙа боҙ тығылыуы һәм һыу ташыуы ихтимал.
Республика метеорологтарының яҡынса фаразы буйынса, киләһе аҙнала ла көндәр йылы була.
https://
www.bashinform.ru/news/1579134-v-bashkiriyu-idet-poteplenie-do-20-gradusov/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"