Йәмғиәт
9 Апреля 2021, 12:30

Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә

Өс һәм ете йәшлек балалар тәрбиәләүсе килеме әҙ булған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында, ил бюджетынан 490 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Өс һәм ете йәшлек балалар тәрбиәләүсе килеме әҙ булған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында, ил бюджетынан 490 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Был хаҡта, Владимир Путин үткәргән Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһе барышында, социаль сәйәсәт мәсьәләләренә яуаплы вице-премьер Татьяна Голикова хәбәр итте.
— 1 апрелдән 8 апрелгә тиклем, дәүләт хеҙмәттәре порталына 846 меңгә яҡын ғариза тапшырылған. Улар араһында абсолют лидерҙар булып Краснодар крайы,Башҡортостан республикаһы һәм Алтай крайы тора. Был региондар ғаризалар буйынса түләүҙәрҙе башлаған да инде, — тине ул.
Бындай һөҙөмтәләр пособие түләү механизмының был төбәктәрҙә яҡшы эшләүе һәм аҙ килемле ғаиләләрҙең үҙҙәренең хоҡуҡтарын белеп эш итеүен күрһәтә.
Былтыр Башҡортостанда ошондай өстән ете йәшкә тиклем айлыҡ түләмдәрҙе 106 711 ғаилә алғайны.
Читайте нас