Йәмғиәт
12 Апреля 2021, 12:54

Чемпионат башланыуға 100 көн

Бөгөн Өфөлә ирекмәндәр һәм ҡатнашыусылар өсөн “Чемпионат башланыуға тиклем 100 көн” тип аталған флешмоб булды.

Бөгөн Өфөлә "Йәш профессионалдар" милли чемпионатында ҡатнашасаҡ ирекмәндәр һәм ҡатнашыусылар өсөн “Чемпионат башланыуға тиклем 100 көн” тип аталған флешмоб булды.
Был сара Бөтә Рәсәй буйынса IX “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының төбәк командалары өсөн һайлап алыу турҙары башланыуға бағышланды.
Ул “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына нисә көн ҡалыуҙы иҫкә төшөрөп, әүҙемлек символы булып торасаҡ. .
“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика һайлап алыу ярыштары ҡатнашыусылары менән осрашты, уларға алдағы ярыштарҙа еңеүгә килтерерҙәй яҡшы әҙерлек һәм уңыштар теләне. Республика командаһында 14-тән 22 йәшкә тиклемге 329 кеше ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙы 124 белгес әҙерләй, күнекмәләр 80 белем биреү майҙансығы һәм 15 предприятиела үтәсәк.
Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда әлеге милли чемпионатының финалына 100 көн ҡалыу уңайынан концерт булды.
Әйткәндәй, Милли чемпионат финалы 21-нән 25 июлгә тиклем Өфө ҡалаһында үтәсәк. Ярыштар 105 һөнәр буйынса ойоштороласаҡ, улар ете блокка бүленгән. Финалда 1800 самаһы кеше ҡатнашасаҡ, уларҙың 600-ы – юниорҙар.
Читайте нас