Бәйгелә республиканың ике меңдән ашыу ауылы ҡатнашып, еңеүселәр дүрт категорияла билдәләнде һәм һәр категорияла финалға сыҡҡан ауылдар Өфөгә «Торатау» Конгресс-холына бүләкләү тантанаһына саҡырылды
Тантана сиктәрендә ойошторолған «Камил айыҡ ауыл моделе» стратегик сессияһында һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, башҡарма комитеты, райондарҙағы башҡорттар ҡоролтайҙары, район хакимиәттәре вәкилдәре, ауылдарҙың активистары ҡатнашты. Һәр кем ауылында башҡарылған эштәр, сәләмәт тормошто үҙ иткән кешеләрҙең ышаныс-инаныуҙары, маҡсаттары һәм был бәйгенең тотош ауылды берләштерерлек көсө хаҡында бәйән итте, ауылдаштары араһында булдыҡлы, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге өсөн янған, сәләмәт милләт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған кешеләрҙең барлығы менән ғорурланды. Быйыл финалистар исемлегенә эләкмәһә лә, киләһе йылда тағы мотлаҡ ҡатнашырға теләк белдергән ауылдар активистары өсөн бик фәһемле булды был сара.
Конгресс-холл залында был мәлдә күргәҙмә гөрләне. Финалға сыҡҡан 12 ауыл уңғандары ауылдаштарының тормошон һүрәтләгән, халҡыбыҙҙың үткәне хаҡында һөйләгән сағыу күргәҙмәләр менән республика Башлығы Радий Хәбиров танышып сыҡты. Әлбиттә, һәр кем республика етәксеһенә грант аҡсаһын нимәгә тотонасаҡтарын һөйләп ҡалырға ашыҡты, уңыш-һөйөнөстәре менән уртаҡлашты, проблемаларын да бәйән итте. Таштимерҙәрҙең күргәҙмәһенә ҡуйылған эштәр, уларҙы эшләгән оҫта ҡулдар, ауыл тормошо хаҡында китапханасы Венера Ғәбитова бәйән итте.
«Айыҡ ауыл, сәләмәт тормош, тип янып йөрөгән һәр кем өсөн бөгөн ҙур байрам, — тип асты тантананың рәсми өлөшөн Радий Фәрит улы. — Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ эсмәгән. Эскелек — заман бәләһе. Эскелекте полиция хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп кенә еңеп булмай һәм халыҡтың был афәткә ҡаршы берҙәм күтәрелеүе шарт. «Айыҡ ауыл» конкурсының ярҙамы ҙур — проект кешеләрҙең күңелендә үҙенең, яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, тормош сифатын арттырыуға йүнәлтелде, ауылдар халҡын берләштерҙе.
Башҡа төбәктәр етәкселәре менән аралашҡанда республикала халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй тием. Ауыл халҡы — Башҡортостан көҙгөһө. Ауылдар артабан үҫһен, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килһен, балалар тыуһын — ошо мөһим».
Радий Хәбиров был проектта ҡатнашҡандарға, уны үткәреүгә күп көс һалғандарға, ярышты ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.
Еңеүселәрҙе тәбрикләгәндән һуң, төбәк етәксеһе ауылдар халҡының әүҙемлеге киләһе йылда еңеүселәрҙе бүләкләү фондын арттырыу хаҡында уйланырға мәжбүр итә тип тә өҫтәне.
— Былтырғы конкурста 464 ауыл ҡатнашһа, быйыл ике меңдән ашыу. Тимәк, ҡыҙыҡһыныу арта. Кешеләрҙең матур, татыу йәшәгеһе килә, беҙҙең республикала бының өсөн шарттар бар. Әлеге конкурсты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторһа ла, унда Башҡортостандың күп милләтле барлыҡ халҡы ихлас ҡатнаша, — тине Радий Фәрит улы.
Финалистарға сертификат тапшырылһа, күп ауылдар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Шулай уҡ интернет селтәрендә әүҙемлек күрһәткән, бәйгене төрлө яҡлап яҡтыртып барған, республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән 30 кешегә ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
Тәбрикләүҙә РФ хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Вовченко ла ҡатнашты. «Бындай конкурсты әлегәсә күргәнем булманы. Оҡшаш проект Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ. Әгәр минән, демографик һәм сәләмәт тормош рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт нисек тормошҡа ашырыла, тип һораһалар, мин: «Башҡортостанға барығыҙ һәм нисек эшләргә икәнлеген күрегеҙ!» — тип яуап бирәм», — тип юғары баһа бирҙе бәйгегә Алексей Вячеславович.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Хөкүмәт ҡарары буйынса «Айыҡ ауыл-2020» конкурсы призерҙары грант аҡсаларын быйыл уҡ тотона ала тигән ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе финалистарға.
Радий Фәрит улы ҡулынан бүләкте район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Дәүләтбаев, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Вил Илһамов, Таштимер ауыл советы депутаты Илүзә Ғәйнуллина алды.
Таштимерҙәрҙең өсөнсө урында билдәләнеп, ике миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнеүе — ҙур еңеү.
— Тотош ауыл халҡының берҙәм эш итеүе һөҙөмтәһендә ошо еңеүгә өлгәштек, бирелгән аҡсаны ҡайҙа йүнәлтеүҙе лә таштимерҙәр йыйында үҙҙәре хәл итәсәк, — ти Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Бүләкләү тантанаһына барғанда ла ауыл халҡы күргәҙмә әҙерләп ебәреүҙә дөргөн булды. Өфөгә Илүзә Ғәйнуллина етәкселегендә делегация барҙы. Кемдер ғаиләһен, икенселәр мал-тыуарын ике тәүлеккә ҡалдырып китеүгә бер ҙә ҡыйынһынманы. Сөнки ауылды башҡалала лайыҡлы күрһәтеү — һәр кем өсөн намыҫ эше, ғорурлыҡ ине.
Бәйләүгә, тегеүгә, сигеүгә, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре эшләүгә оҫта ауылдаштарының һәр береһенең тиерлек эше күргәҙмәлә урын алды. Эшҡыуар Хәйбулла Хәйруллиндың кәзә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙы, Гөлшат Кәримованың буҙаһы ла хуш килде байрамда ҡатнашыусыларға.
Хәлил ауылының алтын ҡуллы оҫтаһы Рәшит Ҡусҡаровтың ағастан һырлап эшләнгән төрлө әйберҙәре таштимерҙәрҙең күргәҙмәһен байытты.
Күргәҙмәнән тыш, тантанала еңеүсе ауылдар берәр концерт номеры менән сығыш яһарға тейеш ине. Күптәр үҙ райондарының йыр-бейеү ансамблдәре иҫәбенә сыҡты. Таштимерҙәр бында ла һынатманы: Заһир Хызыров, Артур Ишмырҙин, Илбәк Килдейәров, Динә Миңлейәрова, Альбина Һәйетҡолова һәм Гөлнәзирә Шәғәлиналар бергәләп башҡарған «Әбйәлил» йыры тамашасылар күңеленә хуш килде.
Таштимерҙәрҙе Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары алдында делегация составында булған Фәрит Ғәйнуллин, Динар Хызыров, Айҙар Вилданов, Дамир Ҡужабаев, Зөһрә Ғәниева, Гөлшат Кәримова, Гөлшат Килдейәрова, Земфира Хәсәнова һәм Зөлфирә Ғиләжевалар лайыҡлы күрһәтеү өсөн бар көсөн һалды.