Йәмғиәт
13 Апреля 2021, 09:23

Урал дауаханаһына педиатр кәрәк

Район етәкселеге Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.

Тәүге булып һүҙ алған ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин уҙған йылда башҡарылған эштәр хаҡында отчет тотто. Милеккә, ер һәм транспортҡа һалым буйынса бөтәһе 2 миллион һумдан ашыу бурыс йыйылған. Һалым түләмәүселәр менән эш алып барыла: улар комиссия ултырыштарына саҡырыла, хатта судҡа барып еткән осраҡтар бар.
Төҙөкләндереү йүнәлешендә «Аныҡ эштәр» программаһы сиктәрендә иҫке амбулаторияның бинаһы ике берәмек техника һыйҙырышлы йылытылыусы гараж итеп үҙгәртелгән. Гаражда фермер Рифат Йосоповтың шәхси янғын һүндереү машинаһы һәм Андрей Рахаевтың МТЗ-82 тракторы әҙер тора. Әйткәндәй, янғын осрағы була ҡалһа, һуңғыһында район хакимиәте ярҙамы менән алынған янғын һүндереү тағылмаһы ла ҡуйылған.
Сиҙәмгә ингән 1700 метр арауыҡтағы урынға һәм автозаправкалау станцияһынан Әлмөхәмәт ауыылына тиклемге юлға асфальт һалынған.
«Тыуған ауыл» программаһы буйынса 1 миллион һумдан ашыуға Сиҙәм ауылы юлдары асфальтланған, бынан тыш ҡайһы бер урамдар юлдарына ремонт эшләнгән, ҡырсынташ түшәлгән.
Уҙған йылда күп фатирлы йорттарҙа ике подъезд ремонтланған.
Бөтә ауылдарҙа ла сүп-сар һауыттары ҡуйылған, быйыл ҡыйҙы айырым йыйыу өсөн өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыу планға алынған.
Ауылдар «Сәләмәт ауыл» район һәм «Айыҡ ауыл» республика бәйгеләрендә йыл һайын ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Мәҫәлән, республика кимәленә сыҡҡан булаттар аҡсалата премияға лайыҡ булған, һөҙөмтәлә ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә өр-яңы обелиск ҡалҡып сыҡҡан.
Әлмөхәмәттә ауыл Советы депутаты Ш. Хәмитов етәкселегендә халыҡ үҙ көсө менән мал-тыуар өсөн быуа эшләгән.
Быйыл «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса балалар майҙансығына өҫтәмә рәүештә урта һәм өлкән йәштәге балалар өсөн спорт ҡорамалдары алып, урынлаштырырға ниәтләйҙәр.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса әлмөхәмәттәр МТЗ-82 тракторы һатып алыу проектын һайлаған.
Район башлығы Илдар Нафиҡовтың отчетында да Әлмөхәмәт биләмәһендә халыҡ мәнфәғәтендә һиҙелерлек эштәр башҡарылыуы хаҡында бәйән ителде.
Йыйында ҡатнашыусылар Илдар Таһир улына һорауҙарын да еткерҙе, Ҡыҙыл йылғаһын һыулаған Булат һәм Сиҙәм ауылдарында йәшәүселәр йылға ярҙарын нығытыуҙа ярҙам һораны.
Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш ауылдары араһындағы юл юҡлығы — күптән йөҙәткән мәсьәлә. Былтыр был арауыҡта 600 метр юл һалынған, быйыл эш дауам ителәсәк. Түбәнге Әбдрәшкә газ үткәреүҙе һораусыларға, «яҡын киләсәктә ҡаралмаған» тигән яуап бирелде. Сиҙәмдең мәҙәниәт йорто ҡыйығы яңыртыуҙы талап итә, ремонтҡа смета эшләнгән. Был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам вәғәҙәләне башлыҡ.
Әлмөхәмәт станцияһы ауылында мәктәп ябылһа ла, уның бинаһында ФАП менән клуб урынлашҡан. Тик бинаның ныҡ һыуыҡ булыуы үҙәккә үтә.
Северный халҡын урамдарҙың яҡтыртылмауы, юлдарҙың ремонтланмауы борсой. Северныйҙа быйыл электр бағаналары алмаштырыласаҡ, уларға яҡтыртҡыстар ҙа ҡуйыласаҡ.
Биләмәлә бөтә шарттар тыуҙырылған дауахана бар, әммә педиатр, стоматолог, лаборант юҡ. Асҡар үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Әлфиә Фәррәхова яуап бирҙе.
— Районда белгестәр етешмәй. «Ауыл табибы» программаһы буйынса ауыл еренә эшкә килгәндәргә аҡсалата ярҙам ҡаралһа ла, йәштәр ҡайтырға ынтылып тормай. Медуниверситеттың быйылғы сығарылышынан ни бары өс кеше Әбйәлилдә эшләргә теләк белдерҙе, — тине ул.
Сиҙәм ауылында йәшәүсе пенсионер, һарайы артында ғына торған ҙур көсөр-гәнешле трансформаторҙы кәртәләүҙәрен һораны. Хәүеф тыуҙырыуын иҫәпкә алып, мәсьәләне яҡын көндәрҙә хәл итәсәктәрен белдерҙе район етәксеһе.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас