Йәмғиәт
14 Апрель 2021, 04:46

Кәйеф тә, һаулыҡ та шәп!

“Сәләмәт бул!” Бөтә Рәсәй акцияһы – халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш, һаулыҡҡа яуаплы ҡараш тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған күләмле сара. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты нигеҙендә уҙғарыла.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Сәләмәт бул!” Бөтә Рәсәй акцияһы – халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш, һаулыҡҡа яуаплы ҡараш тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған күләмле сара. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты нигеҙендә уҙғарыла.
Мишкә районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда был йүнәлешкә етди иғтибар бирелә. Ошо көндәрҙә Мишкә ауылындағы “Триумф” физкультура-һауыҡтырыу комплексында акция нигеҙендә һаулыҡты нығытыуға арналған сара үткәрелде. Йөҙөү буйынса инструктор Наталья Илекбаева бассейнда балалар менән күнекмәләр ойошторҙо. Күңелле саранан кәйефтәре күтәрелгән балаларҙың күбеһе бассейнға даими йөрөргә ҡарар итте.
“Йөҙөү буйынса күнекмәләр йәш организмды нығыта, үҫешкә ыңғай йоғонто яһай. Һыуҙа тәнгә шифалы массаж да яһала. Өҫтәүенә, өйҙә телефонда йәки телевизор ҡаршыһында ултырыуға ҡарағанда, бассейнда үткәргән ваҡыт күпкә файҙалыраҡ бит”, – ти Наталья Илекбаева.
Фото: mishkan.bashkortostan.ru/presscenter/news/358581/
Читайте нас