“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптән түгел республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында “Грайн” компанияһына ПВХ-профиль етештереү линияһы төҙөү өсөн 140 миллион һум аҡса бүленде. Ул Башҡортостанда ошо милли проекттың “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү” программаһы буйынса федераль ярҙам алған беренсе предприятие булып тора.
– Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү – Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән стратегик бурыстарҙың береһе, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Башҡортостан Хөкүмәте алдында бөгөн беҙҙең төбәкте эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм алып барыу өсөн иң уңайлы урынға әйләндереү бурысы тора, дәүләт ярҙамы буйынса бөтә тәьҫир итеү мөмкинлектәре булған милли проект был маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.
Ошо программа буйынса тәүге проекттарҙы финанслау шарттарын Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондындағы эксперт советы биш йыл ваҡытҡа һәм йылына бер процент итеп билдәләгән.
Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды генераль директоры Әнүәр Кәримов билдәләгәнсә, “Грайн” компанияһының етештереүҙе киңәйтеү зарурлығы инде формалашҡан һатыу баҙары яғынан ихтыяждың үҫә барыуын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты менән аңлатыла. Беҙҙәге поливинилхлорид профилдәрен етештереүҙә донъяның ошо продукция буйынса махсуслашҡан предприятиеларынан артта ҡалыуҙы кәметеү, Рәсәй предприятиелары араһында инновациялы алдынғылыҡты бирмәү бурысы ҡуйыла. Федераль займға “Грайн” заманса ҡорамалдар урынлаштырырға йыйына, был иһә тәҙрә системалары өсөн ПВХ-профилдәр эшләүҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа күтәреү, етешһеҙлек кимәлен өс процентҡа кәметеү һәм продукция етештереү күләмен 50 процентҡа арттырыу мөмкинлеге тыуҙырасаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы 226,1 миллион һум тәшкил итә.
“Грайн” компанияһы” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте – Рәсәйҙең яҡтылыҡ үткәргән ҡаплағыс конструкциялар етештереү буйынса иң ҙур предприятиеларының береһе, ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ла иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов раҫлауынса, был предприятие ошо милли проект тәҡдим иткән барлыҡ дәүләт ярҙамы алымдарынан файҙаланып өлгөргән дә инде.
Тимәк, дәүләт ярҙамы көтөп ултырмаған, ә үҙе башланғыстар менән сығыш яһаған предприятиеларға эләгә. Билдәле булыуынса, был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы Май указдарына ярашлы раҫланған, ул илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген 2024 йылға саҡлы йылына биш процентҡа арттырыу бурысын ҡуя. Проектҡа инеү өсөн “Производительность.рф” сайтында ғариза бирергә кәрәк.