Йәмғиәт
14 Апреля 2021, 06:20

Ташҡынға әҙерлек буйынса тәүге брифинг үтте

Республика башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле иң көнүҙәк мәғлүмәтте халыҡҡа еткереп тороу һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көн һайын яуаплы органдарҙан брифинг үткәреүҙе талап итте.

Башҡортостан яҙғы ташҡын буйынса иң ауыр ситуацияға әҙерләнде. Был турала бөгөн үткән тәүге брифингта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне. Апрелдә көндәрҙең йылы тороуы һәм әлегә ерҙең туң булыуы һыуҙың китә алмай йыйылыуына сәбәп булды. "Ташҡын эҙемтәләре тиҙ арала юҡ ителде. Белорет районында тығылған боҙҙарҙы һигеҙенсе ынтылышта ғына тарата алдыҡ. Тау йылғалары әле тулы кимәленә етеп иремәгән. Шулай ҙа өҫ ҙур йылға – Өфө, Ағиҙел, Дим – күтәрелә башланы. Әлегә уларҙы һыуһаҡлағыстар тота. Әммә ташҡынға әҙер булырға кәрәк, айырыуса Стәрлетамаҡта", - тине ул.
Бөгөнгө көндә республиканың 15 муниципалитеты МЧС күҙәтеүе аҫтында. Хәл айырыуса Өфө, Белорет, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы һәм Дыуан райондарында ҡатмарлы.
Ташҡын зонаһында ҡалғандар өсөн ярҙамға “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе лә ҡушылған. “Ярҙам шәхси характерҙа буласаҡ. Коороновирустан прививка алырға теләгәндәргә лә ярҙам ойошторола. “Ташҡын, туҡта!” исемле ирекмәнлек акцияһы старт алды. 5000 кеше ярҙамға мохтаж, беҙгә ирекмәндәр кәрәк”, - тине партияның бүлексә етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. Халыҡтан ярҙамға заявкалар 8 800 201 89 03 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас