Ураҙа мәлендә ҡояш ҡалҡҡандан алып байығансы ризыҡ ҡабырға ярама, шул уҡ ваҡытта прививка ҡаҙатыу гонаһ түгел. Был хаҡта Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин белдерҙе.
“Вакцина ризыҡ булып иҫәпләнмәй, кеше уны туҡланыу өсөн ҡабул итмәй, шуға күрә ковидҡа ҡаршы инъекция эшләткән кешенең ураҙаһы ла боҙолмай”, — тине ул журналистар өсөн уҙғарылған матбуғат конференцияһында.