Сүп-сар өсөн түләү ғәҙел булһын Өфөлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтарын билдәләү буйынса миҙгелгә ярашлы тикшереүҙәр бара, улар халыҡ һәм юридик шәхестәр тарафынан күпме ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеүен объектив рәүештә билдәләү өсөн кәрәк.
Сүп-сар реформаһы башланғас, күп кенә эшҡыуарҙар, ябай халыҡ, йәмәғәт ойошмалары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килеү нормаларының дөрөҫ иҫәпләнмәүенә бәйле ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 40 төрлө категория буйынса ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативтарын ҡайтанан ҡарау өсөн подрядсы ойошма менән килешеү төҙөгәйне.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ойошторған сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға, ошоноң нигеҙендә булдырылған “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проектының маҡсаттарына яуап бирә.