21 апрелдә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Үткән йылғы Мөрәжәғәтнамәлә балалы ғаиләләргә, уларҙы социаль яҡлауға ҙур иғтибар бүленеп, аныҡ саралар билдәләнгәйне.
Мәҫәлән, килеме йәшәү минимумынан (кеше башына 10186 һум) аҙыраҡ булған ғаиләләр быйылдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларына өҫтәмә пособие алыу хоҡуғына эйә булды.
2021 йыл аҙағынаса өс йәшкә тиклемге бөтә балаларҙы ясли урындары менән тәьмин итеү бурысы ла ҡуйылғайны. Башҡортостан яңы ясли урындары асып, бөтә федераль талаптарҙы үтәне. Ике айҙан өс йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә менән тәьмин итеү кимәле 100 процентҡа тиң. Былтыр республикала йәмғеһе 3900 урынға иҫәпләнгән 24 балалар баҡсаһы төҙөлгән.
Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыуға ярашлы булдырылған был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарға ла тулыһынса яуап бирә.