Йәмғиәт
19 Апреля 2021, 12:00

"Үлемһеҙ полк"

2021 йылда Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» акцияһы ике форматта уҙғарыла. Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

2021 йылда Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» акцияһы ике форматта – офлайн һәм онлайн уҙғарыла. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, Өфөлә – 150 мең, республикала 400 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
«Быйыл «Үлемһеҙ полк» колоннаһын тәүге тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы фронттары штандарттары менән бер рәттән республика биләмәһендә ойошторолған хәрби подразделениеларҙың байраҡтары башлап барасаҡ», — тине министр.
Республикала «Мин барам» проекты башланды. Унда танылған шәхестәребеҙ республика халҡын акцияла ҡатнашырға саҡыра.
Читайте нас