Башҡортостандан 25 бренд проектҡа тапшырылған ине. Уларҙың 12-һе алдан һайлау этабын үтте һәм ТОП 1000-дә ҡатнашыуын дауам итә. Улар – Сарматтар алтыны, Ҡыҙыл Шишмә, Хөсәйенбәк кәшәнәһе, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале, Рудольф Нуриев, Сергей Довлатов, “Өфө-II” урта быуат ҡаласығы, Федор Шаляпин, Миңлеғәле Шайморатов, Өфөләге Беренсе соборлы мәсет, Арт-квадрат ҡала үҙәге, Шүлгәнташ.
Әлеге ваҡытта тауыш биреү бара. Халыҡ тауыш биреүендә барлыҡ ғаризаларҙың тулыһынса ҡатнашыуы өсөн 30 апрелгә тиклем оҙайтылды. Халыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәләре Рәсәйҙең билдәле урындарының популярлығын билдәләгәндә иҫәпкә алынасаҡ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.