Йәмғиәт
20 Апреля 2021, 11:30

Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!

2021 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу мәле бара. Беренсенән, күңелегеҙгә хуш килгән баҫмаларға яҙылып июль-декабрь айҙарында яратҡан гәзит-журналдарығыҙҙы уҡыу мөмкинлеге алһағыҙ, икенсе яҡтан уҡыусылар араһындағы уйында ҡиммәтле бүләк тә оторға була.

Ноутбок, мотоблок, триммер, велосипед һәм телевизор кеүек ҡиммәтле бүләктәр оторға теләһәгеҙ, тиҙ арала гәзит-журналдарға яҙылығыҙ.
Яратҡан баҫмаларығыҙға почта бүлексәләренә, почтальондарға мөрәжәғәт итеп, абонемент тултыра алаһығыҙ.
”Башҡортостан” Республикаһы” Нәшриәт йорто өйҙән сыҡмайынса ғына, бер нисә минут эсендә яҙылыу ысулын да тәҡдим итә. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтындағы «Подписка» бүлегенең онлайн-подписка сервисына инеп, үҙегеҙгә оҡшаған гәзит йә журналдың баҫма йә электрон формаһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк.
Шулай уҡ редакция аша ла яҙылырға була. Был осраҡта “Осҡон”до редакциянан үҙегеҙгә килеп алырға кәрәк йәки редакция машинаһы ташый ала.
“Яҙыл да бүләк от” республика конкурсында ҡатнашыу өсөн “Осҡон”ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен 15 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 212-се бүлмә. podpiska@rbsmi.ru электрон йәшниккә лә һалырға була.
Еңеүселәр 23 июлдә БСТ телеканалының иртәнге тура тапшырыуында билдәләнәсәк.
Әйткәндәй, ошо уҡ квитанциялар менән район, республика баҫмалары үҙҙәре үткәргән уйындарҙа ла ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияларҙың адрестарына ебәреүегеҙ һорала.
Читайте нас