«Климат үҙгәреүгә әҙер булыр өсөн сәнәғәт предприятиеларының атмосфераға ҡалдыҡтар сығарыуын кәметергә һәм даими мониторинг алып барырға кәрәк. Фән йылында был юҫыҡта ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр асыла. Тәбиғәткә зыян килтергән предприятиелар өсөн яуаплылыҡ күләме артасаҡ. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп өйрәнергә ваҡыт, ҡайҙа етте шунда сығарып ташлап ҡуйыу, һыуға ағыҙыу менән шөғөлләнергә түгел», - тине Президент.