Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына май башында оҙайлы каникулдар тәҡдим итте. Май байрамдары араһындағы көндәр өҫтәмә ял көндәре буласаҡ. Бындай ҡарар эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу маҡсатында ҡабул ителгән. Бөгөн ошо туралағы указға ил етәксеһе ҡул ҡуйһа, 1 майҙан 10-на тиклем ял итәсәкбеҙ. Ә шишәмбе, 11 майҙа эшкә сығабыҙ.