+16 °С
Дождь
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
23 Апреля 2021, 06:35
Республикала киләһе аҙнаға һауа торошо
Башҡортостанда киләһе аҙнала ямғырлы һауа торошо һаҡлана.
Башҡортостанда киләһе аҙнала ямғырлы һауа торошо һаҡлана. Был турала 23 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында республикала ташҡынға бәйле хәл буйынса брифингта Башгидрометүҙәктең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.
«Республикала йәшәүселәрҙең кәйефе ҡырылыр, моғайын. Эш шунда: беҙ циклон йоғонтоһонда, шуға һауа торошо тотороҡһоҙ була. Алдағы ял көндәрендә ямғырлы һауа торошон көтәбеҙ, һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +9,+14 градус. Дүшәмбе-шишәмбе яуым-төшөм ихтималлығы ҙур түгел, ләкин урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһы +10,+15 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Шаршамбы-кесаҙна йәнә яуым-төшөм ихтималлығы арта», — тине Анна Козаева.
Майҙағы байрам көндәрендә яуым-төшөм ихтималлығы һаҡлана, ләкин аныҡ күҙаллау киләһе аҙнала билдәле була.
https://
www.bashinform.ru/news/1586165-glavnyy-sinoptik-bashkirii-soobshchila-o-prognoze-pogody-na-blizhayshuyu-nedelyu/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"