Йәмғиәт
23 Апреля 2021, 07:02

Урмансылар яңы ысул үҙләштерә

Урмандарҙы тергеҙеү ҡағиҙәләренә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы тармаҡтың киләсәге — ябыҡ тамырлы ағас үҫентеләре үрсетеүҙә

Урмандарҙы тергеҙеү ҡағиҙәләренә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы тармаҡтың киләсәге — ябыҡ тамырлы ағас үҫентеләре үрсетеүҙә
Нимә һуң ул ябыҡ тамырлы ағас үҫентеләре? «Әбйәлил урман хужалығы» предприятиеһы директоры З. Т. Абдуллин аңлатыуынса, ул махсуслаштырылған ябыҡ теплицала технологик һауыттарҙа, йәғни кассеталарҙа үҫтерелгән үҫентеләр икән. Был ысулды ҡулланыу үҫентеләрҙе күсереп ултыртҡанда уларҙың тамырына зыян килтерелмәүе менән отошло. Шулай уҡ уларҙы яҙҙан көҙгә тиклем сәсергә лә була, тиҙәр.
— 2022 йылда ултыртылған ағас үҫентеләренең 20 проценты ошо ысул менән үҫтерелгән булырға тейеш булһа, 2025 йылда инде ул 50 процент тәшкил итергә тейеш, — тип һөйләй ағас тергеҙеү эшендәге был яңылыҡ хаҡында Зариф Тәфтизан улы. — Газ, электр энергияһы үткәреүсе һәм башҡа ойошмалар эштәр башҡарғанда ағас һыҙаттарын ҡырҡһа, шунса майҙанда ағас ултыртырға тейеш бит. Былтырғы йылдан улар нәҡ ябыҡ тамырлы ағас үҫентеләрен ултырта.
Был яңылыҡтан Әбйәлил урмансылары ла ситтә тороп ҡалманы. Ябыҡ тамырлы ағас үҫентеләрен үрсетеүгә тотоноу маҡсатында февраль айынан Ҡырҙас урман хужалығы биләмәһендә теплица төҙөүгә тотонғандар. Дөйөм майҙаны 160 кв.м. булған теплицаның каркасын Насир Әбдрәхимов бригадаһы эшләп бирһә, ҡалған эштәрҙе урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре башҡарған: уны поликарбонат менән япҡандар, кассеталарҙы урынлаштырыу өсөн ағастан ҡоролмалар яһағандар. Хәҙер биләмәне яңыртып кәртәләргә ҡалған.
— Был ысул сәсмәлектәрҙе тупраҡҡа кассеталағы субстрат менән бергә сәсергә мөмкинлек бирә. Питомниктарҙа үҫкәнде ҡаҙып алып, урынға алып барғансы, уның ҡуша ҡаҙылған тупрағы ҡойолоп, тамыры кибеүе бар. Тамыры зарарланһа, ағастың нығынып үҫеп китеүе икеле, — тип дауам итә предприятие директоры. — Сит илдәрҙә был ысул күптән ҡулланыла. Татарстанда һәм Пермь крайында ябыҡ тамырлы ағас үҫентеләре үрсетеү ысулын киң файҙаланалар. Республикала иһә Бәләбәйҙә һәм Благовещенда был яңылыҡты башлап индерҙеләр.
Ғәҙәттә питомниктарҙа үҫентене ике йыл үҫтерәләр, ә ябыҡ шарттарҙа ул бер йылда өлгөрә икән. Ябыҡ тамырлы ағас үҫентеһенең хаҡы ла юғары — 15-16 һум, питомникта үҫкәненең бер төбөн 2-2,5 һум менән һаталар. Тимәк, был ысул иҡтисади яҡтан да отошло.
— Шулай ҙа был яңылыҡтың беҙҙең таулы-ташлы ерҙәрҙә үҙен нисек күрһәтәсәген әйтеп булмай. Ябыҡ тамырлы үҫентеләрҙе ултыртыу өсөн ерҙе беҙ, ғәҙәттә ҡулланған Колесов ҡылысы менән түгел, ә көрәк менән ҡаҙып, яҡшылап әҙерләргә кәрәк. Нисек кенә булһа ла, һынап ҡарайбыҙ инде... — ти Зариф Абдуллин.
Бөгөн Ҡырҙастағы теплицала ҡарағай орлоғо ултыртыу бара. Благовещен ҡалаһындағы «Башинком» предприятиеһы ылыҫлы ағастар ултыртыу өсөн махсус әҙерләгән субстрат кассеталарға тултырыла. Артабан маркер ярҙамында кассетала орлоҡто һалыу өсөн соҡорҙар яһала. Был эштә Ғәлийән Таһиров, Рифат Баймөхәмәтов, Наил Кейекҡужин һәм Данис Хәйруллиндар мәшғүл.
Артабан Зилә Кейекҡужина менән Дилара Ихсанова шул кассеталарға ағас орлоҡтары һала. Участка етәксеһе Илгиз Сәлимйәнов әҙер һауыттарҙы теплицаға урынлаштыра.
— Кассеталар Нижнекамскиҙан ҡайтарылды. Махсус сәскес тә бар, тик әлегә уны килештерә алмайбыҙ, был эш өйрәнеүҙе талап итә, — ти Илгиз Маҙһар улы.
Орлоҡ сәселгәс, ул шытып сыҡһын өсөн мотлаҡ һыу һибергә лә кәрәк бит. Әлегә һыу цистерна менән килтерелгән. Яҡын арала теплица янында һыу скважинаһы ҡаҙҙырырға ниәтләнәләр. Томан эффекты биреп һиптереүсе махсус ҡорамал килгәнсе, тупраҡты йыуһа ла, ябай лейка менән һыу ҡоясаҡбыҙ.
Әлбиттә, үҫентеләрҙе тәрбиәләү, йәғни ҡый үләндәренән таҙартыу, һыу һибеү, ныҡ эҫеп китһә, теплицаның ишеген асып елләтеү, кәрәк саҡта ябып тороу өсөн тәғәйен кеше лә буласаҡ.
Орлоҡ материалы ла урында әҙерләнгән. Йыйылған тубырсыҡтар киптергес аша үткәрелеп, орлоғо айырып алына. Өфөлә шытыусанлыҡҡа, төрлө ауырыуҙарға махсус тикшереү үткән орлоҡтар ғына ҡулланыла.
— Яңы ысул хаҡында ыңғай ҙа, кире лә фекерҙәр күп, бәхәстәр дауам итә әле. Был тәңгәлдә эш туҡтатылһа, теплицаны икенсе мәнфәғәттә лә файҙаланырға була. Мәҫәлән, йәшелсә үҫтереү ҙә табыш килтерә. Бер районда урмансылыҡ еләк үҫтереп һата, — тип теплицаға киткән сығымдың бушҡа булмауын дәлилләй директор. — Әгәр инде эш ыңғай китһә, киләсәктә Ҡолоҡаста ла теплицалар ҡуйыуҙы күҙ уңында тотабыҙ.
Ҡырҙас теплицаһында бер юлы 60 меңдән ашыу үҫенте урын аласаҡ.
«Әбйәлил урман хужалығы» предприятиеһы бынан тыш, Мөхәмәттә һәм Ҡырҙаста урынлашҡан ике питомникта ла сәсмәлектәр үҫтерә, уларҙа инде асыҡ тамырлы ағас үҫентеләре тәрбиәләнә.
— Питомниктар 2015 йылға тиклем «Баймаҡ урманы» ойошмаһы ҡарамағында булды. Уларҙы беҙҙең предприятиеға ҡушҡан йылда сәсмәлектәрҙе Силәбе өлкәһенән һатып алғайныҡ. Хәҙер үҙебеҙ күпләп үҫтереп һатабыҙ. Ике питомникта йәмғеһе ике миллионға тиклем йәш үҫенте өлгөрә, — тип дауам итә Зариф Тәфтизан улы. — Әбйәлилдән ағас алырға теләүселәр күп. Сөнки беҙҙә үҫкән ағас республиканың төньяҡ райондарына ҡарағанда, төрлө ауырыуҙарҙан, бәшмәк-бөжәктәрҙән таҙа, шуға уның сифаты яҡшы баһалана.
Әбйәлил урмансыларының үҙҙәренә ултыртыу өсөн йылына 500-600 мең төп сәсмәлек кәрәк, ҡалғаны — яҡынса 1 миллион 500 мең төбө — һатыуға китә. «Селена», «Башлеспром» кеүек ҙур предприятиелар ала, уларға ғәҙәттә ағастарҙы ултыртып та бирәләр.
— Былтыр 4 миллион төпкә яҡын үҫенте һаттыҡ, быйыл да шунан кәм булмаҫ. Әле иглиндар, әүжәндәр, белореттар күпләп һорай. Силәбе өлкәһенән дә заявкалар күп. Ошо арала Мөхәмәт урмансылығы эшселәре йәш үҫентеләрҙе ҡаҙыуҙы башлаясаҡ. Ҡырҙас участкаһында ҡар күп булғанлыҡтан, ер иреп бөтмәгән, шуға эштәр һуңғараҡ башҡарыласаҡ, — ти Зариф Тәфтизан улы. — Шуныһы ҡыуаныслы: Мөхәмәттә лә, Ҡырҙаста ла ҡыҙыу эш мәлендә эшсе ҡулдар етерлек, күптәр ғаилләре менән сыға.
Урман хужалығы етәксеһе билдәләүенсә, хәҙер элекке кеүек алыпһатарҙар менән эшләргә тырышмайҙар, үҙҙәре ағас ултыртыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың һорауын иң алда ҡәнәғәтләндерәләр.
Һатыуға оҙатыласаҡ үҫентеләр үҫеп ултырған ваҡытта буйға ныҡ күтәрелеүсән. Быға юл ҡуймау маҡсатында үҫентеләрҙе ҡаҙып алып, «һыуытҡыс»та тоталар. Йәғни ағас онтағы менән ҡапланған ҡар өйөмдәре аҫтына күмеп ҡуялар.
Ағас сәсеү эштәре башҡарылған майҙандарҙы тәрбиәләү ҙә урмансылар иңендә.
— Ағасты ултыртҡандан һуң биш йыл буйына тәрбиә саралары үткәрәбеҙ. Үҫеп киткән ағастарҙың проценты аҙ булһа, өҫтәп сәсәбеҙ. Уларҙы үлән баҫһа, сабып таҙартабыҙ, йәиһә дисклы культиватор менән эшкәртәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, үрсетмәләрҙең үҫенте булып китеүен күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, — ти баш урмансы.
Сәсмәлектәр, үрсетмәләр үҫтереү менән ныҡлап шөғөлләнгән Әбйәлил урмансылары урман тергеҙеү эшенә, шуның менән «Экология» милли проектын бойомға ашырыуға ҙур өлөш индерә.
Читайте нас