Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә лә ағас ултыртыу өмәләре гөрләй. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 200 төпкә яҡын ҡарағай үҫентеһе ултыртыла.
Әбдрәштәр сығарылыш класс уҡыусылары аллеяһына 50 төп ҡарағай сәскән. Сиҙәмдә урта мәктәп биләмәһе һөм ауылдың ветерандар паркы 100-гә яҡын йәш ағасҡа байыны. Булатта былтыр төҙөлгән обелискының тирә-яғы йәшелләндерелә.
Йәшелләндереү өмәләрендә ҡатнашыусылар ямғыр аҫтында лысма һыуланһалар ҙа, көндән бик ҡәнәғәт. Бөгөн ултыртылған үҫентеләр шифалы ямғыр һыуынан яңы тупраҡҡа мотлаҡ ерегеп, үҫеп китерҙәр, тип өмөт итә изге эшкә ҡушылыусылар.