Йәмғиәт
26 Апреля 2021, 11:30

Чернобыль һәләкәтенә 35 йыл

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом станцияһында көслө шартлау яңғырай. Уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Әбйәлил районынан 18 кеше ҡатнашҡан.

Йәштәр йортонда Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған сара үтте. Йөрәк ҡушыуы буйынса үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәгән ҡаһарман ир-егеттәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Чернобыль ветерандарына рәхмәт һүҙҙәре менән район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ғафаров, хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин сығыш яһаны. "Боевое братство" ойошмаһы егеттәре оло хөрмәткә лайыҡ уҙамандарға йылы һүҙҙәрен йәлләмәне, һаулыҡ-именлек теләне. Ҡыҙғанысҡа, үлемесле радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың һаулығы ҡаҡшаған, күптәре вафат булған. Үҙҙәренең ғүмере хаҡына тыныс тормошта батырлыҡ ҡылыусылар хаҡында яҡты хәтер мәңге йәшәйәсәк.
Динара Сафиуллина.
Читайте нас