Йәмғиәт
27 Апреля 2021, 17:35

Урман фонды тергеҙелә

Республикала “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары сиктәрендә 960 меңдән ашыу ағас ултыртылған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары сиктәрендә 960 меңдән ашыу ағас ултыртылған.
БР Урман хужалығы министрлығы 23 апрелдән 23 майға тиклем “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү айлығын иғлан итте.
24 апрелгә билдәләнгән республика буйынса берҙәм экологик өмә көнөндә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына башланғыс бирелде. Был сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә лә уҙҙы.
Республика халҡы акцияларға дәррәү ҡушылды. Ойоштороусылар иҫәпләүенсә, ағас ултыртыуҙа 116 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Урман фондына ҡараған ерҙәрҙә, йәмәғәт билмәләрендә һәм ихаталарҙа йәмғеһе 960 меңдән ашыу төп ағас үҫентеһе ултыртылған.
Читайте нас