26 апрелдә Өфөлә, бөтә илдәге кеүек үк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, 2022 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Тауыш биреү алымы ҡыйын түгел – һәр кем
https://2.gorodsreda.ru платформаһы сайтында киләһе йыл үҙе йәшәгән ҡалала йәки төбәктә тәртипкә килтерелергә тейешле биләмәне йәки дизайн-проекттарҙы һайлай ала. Өфөлә Блюхер урамынан алып Октябрь проспектына тиклем Дан бульварын һәм Муса Гәрәев скверын төҙөкләндерергә тәҡдим итәләр.